Иман
15 Март 2024, 02:00

Ураҙа тураһында хәҙистәр

Әгәр ҙә кемдер ураҙа ваҡытында онотолоп китеп ашап йә эсеп ташлаһа... 

Ураҙа тураһында хәҙистәрУраҙа тураһында хәҙистәр
Ураҙа тураһында хәҙистәр

"Ураҙа ҡалҡан булып тора. Ураҙа тотоусы әҙәпһеҙлектән ары торһон һәм наҙан кешеләй булмаһын. Кемдер уның менән бәхәсләшеп маташһа йәки битәрләй башлаһа, ике тапҡыр: “Мин ураҙаламын!” - тип әйтһен" ("Әл-Бохари").

"Йәнем Уның ҡулында булыусы менән ант итәм, ураҙа тотоусының ауыҙынан килгән еҫ Аллаһ Тәғәлә өсөн хуш еҫле майға ҡарағанда ла яҡшыраҡ. Һәм Аллаһ: “Ул Минең өсөн аҙыҡтан, эсемлектән һәм теләктәренән баш тарта. Уның был ураҙаһы - Минең өсөн. Һәм Мин бының өсөн әжерен бирәсәкмен. Изге эш өсөн әжер ун тапҡырға күберәк,” - тип әйтә" (әл-Бохари, Мөслим, Әбү Дауд, ибн Мәджә).

"Әгәр ҙә кеше алдауын һәм ялғанланыуын туҡтатмаһа, ашауҙан һәм эсеүҙән баш тартыуы Аллаһҡа кәрәкмәй" (Әл-Бохари)

"Өс кешенең доғаһы кире ҡағылмай:
1)Ауыҙ асҡансы ураҙа тотоусының
2)Ғәҙел хакимдың
3)Ҡыйырһытылған кешенең" (Әхмәд, Әт-Тирмиҙи).

"Әгәр ҙә кемдер (ураҙа ваҡытында) онотолоп китеп ашап йә эсеп ташлаһа, ураҙаһын артабан дауам итһен. Сөнки, дөрөҫлөктә, Аллаһ уны ашатты һәм эсерҙе" (Әл-Бохари, Мөслим).

"Рамаҙан айы еткәс, күк ҡаплары асыла, Тамуҡ ҡапҡалары ябыла һәм шайтандар бығаулана" (Әл-Бохари).

"Кем Рамаҙан айында әжергә ышанып һәм өмөтләнеп ураҙа тотҡан, шуның быға тиклем булған гонаһтары ғәфү ителер" (Әл-Бохари, Мөслим).

"Рамаҙан айында Аллаһҡа зикер итеүселәр ғәфү ителер. Һәм Аллаһтан һораусыларҙың доға кире ҡағылмаҫ" (Мөслим).

"Таң алдынан ашағыҙ, сөнки сәхәрҙә бәрәкәт бар" (Әл-Бохари).

"Кемегеҙҙер ауыҙ асһа, финик менән ауыҙ асһын, сөнки ул емештә бәрәкәт бар. Финик булмаһа, һыу менән ауыҙ асығыҙ, сөнки ул да таҙартыусы нәмәләрҙән" (Әт-Тирмиҙи).

"(Ауыҙ асыр ваҡытта) тиҙерәк ураҙаларын туҡтатырға ашығыусылар изгелектә булыр" (Мөслим).

"Ҡөҙрәтле һәм Бөйөк Аллаһ былай тигән: “Ураҙанан башҡа, Әҙәм балаһының бөтә ғәмәлдәре лә үҙе өсөн эшләнелә, сөнки, дөрөҫлөктә, ул (ураҙа) – Минең өсөн. Һәм Мин уның өсөн әжерен бирәсәкмен" (Әл-Бохари).

"Ҡиәмәт көнөндә ураҙа менән Ҡөрьән Аллаһтың ҡоло өсөн шәфәғәтлек итәсәк. Ураҙа әйтер: “Раббым! Яҡты ваҡытта мин уны ашауҙан һәм эсеүҙән айырҙым. Уның өсөн шәфәғәтлек итергә рөхсәт итсе миңә!” Ә Ҡөрьән былай тиер: “Раббым! Мин уны төндәрен йоҡоһонан айырҙым. Уның өсөн шәфәғәтлек итергә рөхсәт итһәңсе!” Һәм уларҙың шәфәғәте ҡәнәғәтләндерелер" (Әхмәд).

Интернеттағы төркөм өсөн Нәркәс Алсынбаева әҙерләне.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас