Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһи үә сәлләм кесаҙна төнөндә йәки йома көндөҙ «Әл-Кәһф» (“Мәмерйәләр”) сүрәһен уҡырға ҡушҡан.
Был сүрә Пәйғәмбәребеҙгә Мәккәлә сағында иңдерелгән. Ул 110 аяттан тора.
Дүрт төп тема:
1) иман менән һынау (9 – 26-сы аяттар),
2) байлыҡ менән һынау – хәлле һәм ярлы кешеләр тарихы (32 – 44-се аяттар),
3) белем менән һынау – Муса пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) һәм Әл-Хызыр (60 – 82-се аяттар),
4) хакимлыҡ итеү менән һынау – Зөлҡәрнәй һәм Йәьжүж менән Мәьжүж халыҡтары (83 – 98-се аяттар).
«Әл-Кәһф» сүрәһенең тәүге ун аятын ятлап алған кеше Дәжжәлдән һаҡланған булыр», – тигән Пәйғәмбәребеҙ (Мөслим йыйынтығынан).
Иртәгәгә, 22 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән).
Фото: islam.ru