Иман
22 Март 2024, 17:05

Мәрхүмдәр төшөгөҙгә инһә...

Атай-әсәйҙе төштә күреү – яҡшы билдә, тип билдәләй дини остаздар.

Мәрхүмдәр төшөгөҙгә инһә...Мәрхүмдәр төшөгөҙгә инһә...
Мәрхүмдәр төшөгөҙгә инһә...

Ҡайһы берәүҙәр йоҡлаған мәлендә мәрхүмдәр менән “осрашһа”, шикләнә башлай. Улайтырға ярамай: баҡыйлыҡтағылар беҙгә яҡшылыҡ теләй, һөйөнөсөн белдерә, ниндәйҙер ауырлыҡтан, хәүефтән ҡурсаларға теләй.

Шул уҡ ваҡытта мәрхүмдәрҙең төшкә хәйер-доға һорап инеүе лә ихтимал. Бәлки, тормош мәшәҡәттәре менән булып, уларҙы бер аҙ онотоп ебәргәнбеҙҙер. Баҡыйлыҡтағылар бит Ҡөрьән уҡытыуға, хәйергә һәр ваҡыт мохтаж, аят-доғалар уларға нур, яҡтылыҡ, рәхмәт булып бара. Өҫтәүенә мәрхүмдәрҙең фани донъяла әйтеп ҡалдырған ниндәйҙер васыятын, аманатын үтәмәгәнгә төшкә инеүе лә бар.

Баҡыйлыҡҡа күскән яҡындарыбыҙҙың, ҡәрҙәштәребеҙҙең, айырыуса атай-әсәйебеҙҙең рухтарына бағышлап Ҡөрьән уҡытып, хәйер биреп торорға онотмайыҡ.

Иртәгәгә, 23 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас