Иман
28 Марта 2024, 18:00

“Эргәбеҙҙә көтмәгәндә аҡ кейемдәге кеше пәйҙә булды..."

Иртәгәгә, 29 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.

“Эргәбеҙҙә көтмәгәндә аҡ кейемдәге кеше пәйҙә булды..."“Эргәбеҙҙә көтмәгәндә аҡ кейемдәге кеше пәйҙә булды..."
“Эргәбеҙҙә көтмәгәндә аҡ кейемдәге кеше пәйҙә булды..."

Иртәгә, иншаллаһ, йома. Был көндә мосолмандар мәсеткә йәмәғәт намаҙына йыйыла.

Иман йорто – иң юғары урын, уға пакланмайынса, таҙарынмайынса инеү – гонаһ. Шуның өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү зарур:

  1. Мәсеткә барыр алдынан мосолман тәненең, кейеменең бөхтә булыуына, үҙенән насар еҫ килмәүенә ышанған булырға тейеш.
  2. Аяҡ кейеме ныҡлап таҙартыла, йылы миҙгелдәрҙә тышта ҡалдырыла.
  3. Кемдер мәсеткә бысраҡ алып кергән икән, тиҙ генә йыйыштырырға тейеш. Иман йортон таҙа итеп һәм тәртиптә тотоу – унда эшләгәндәрҙең генә түгел, ә ингән, ғибәҙәт ҡылған, етешһеҙлекте беренсе булып күргән һәр кемдең бурысы.
  4. Мәсеттә тәмле еҫ таралһын өсөн еҫле май бөркөргә кәрәк.

Мосолмандың өлгөлө ҡиәфәтен күҙ алдына килтереү өсөн дин әһелдәре Ябраил фәрештәнең пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм янына ир сүрәтендә килеүе хаҡындағы хәҙисте уҡырға тәҡдим итә. “Эргәбеҙҙә көтмәгәндә күҙҙе сағылдырырҙай аҡ кейемдәге кеше пәйҙә булды. Төҫ-ҡиәфәтенә ҡарап, уны юлсы тип әйтеү ҙә мөмкин түгел ине...” тигән һүҙҙәр бар был хәҙистә. Ғөмүмән, Исламда аҡ төҫкә ҙур өҫтөнлөк бирелә. Ул кешегә үҙенсәлекле сафлыҡ өҫтәй, тән һәм йән таҙалығы, юғары рухлылығы, аҡылы, мәрхәмәтлелеге хаҡында һөйләй. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙе лә аҡ кейемдә йөрөргә яратҡан, башҡаларҙы ла шуға әйҙәгән. “Аллаһ сафлыҡты, матурлыҡты ярата”, – тигән ул.

Иртәгәгә, 29 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).

Фото: islam.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас