Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә тәүге тапҡыр йәштәр өсөн ифтар үтте. Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Ришат Нурахман улы Халиҡов БР мосолмандарының диниә назараты һәм бөтә республика исеменән сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Сара алдынан “Крокус Сити Холл”да һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Кисә сиктәрендә “Дуҫлыҡ” вокаль ансамбле етәксеһе Хәйҙәр Вәлиев ифтарҙа ҡатнашыусылар алдында аҙан ҡысҡырҙы, мөнәжәт әйтте.
Фотолар: Урал Әхмәтов.
Сығанаҡ: Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат хеҙмәте.