Бөтә яңылыҡтар
Иман
1 Апрель , 22:00

Ҡәҙер төнөндә "Әл-Ихлас"ты уҡыһаң...

Изге айҙың һуңғы ун көнлөгөн доғала үткәрәйек.

Ҡәҙер төнөндә "Әл-Ихлас"ты уҡыһаң...
Ҡәҙер төнөндә "Әл-Ихлас"ты уҡыһаң...

Рамаҙан айының һуңғы ун көнлөгөндәбеҙ. Был арала доғаларҙы күберәк уҡырға тырышһаҡ ине.

Мәҫәлән, һәр төн һайын “Әл-Ихлас” сүрәһен өсәр мәртәбә уҡығыҙ. Аллаһ һүҙҙәрен әйткән был мәлегеҙ Ҡәҙер төнөнә тура килһә, 84 йыл буйы Ҡөрьәнде көн һайын уҡыған кеүек булырһығыҙ. Ни өсөн тигәндә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Ҡуль һүәЛлааһү әхәд” (“Әл-Ихлас”) Ҡөрьәндең өстән бер өлөшөнә тигеҙ”, — тигән (Мөслим йыйынтыҡтарынан сәхих хәҙис).

Иртәгәгә, 2 апрелгә, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).

Фото: islam.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: