Бөтә яңылыҡтар
Иман
2 Апрель , 13:00

Фитыр саҙаҡаһын биргәндә һәм алғанда уҡыла торған доғалар

Фитыр саҙаҡаһын мотлаҡ Ураҙа байрамына ҡәҙәр биреп өлгөрөргә кәрәк. Быйыл уның күләме күпме? 

Фитыр саҙаҡаһын биргәндә һәм алғанда уҡыла торған доғалар
Фитыр саҙаҡаһын биргәндә һәм алғанда уҡыла торған доғалар
Фитыр саҙаҡаһын мотлаҡ Ураҙа байрамына ҡәҙәр биреп өлгөрөргә кәрәк. 
 
Быйылғы саҙаҡаның үҙенсәлектәре тураһында Бөрйән районының имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зарипов аңлатма бирә:
 
“РФ Мосолмандарының диниә  назараты 15 февралдәге ултырышында 2024 йылғы Рамаҙанда нисек ураҙа тотоу , фытыр саҙаҡаһы, фидиә (һаулыҡ торошо йәки ҡартлыҡ сәбәпле ураҙа тота алмағандар өсөн ), зәкәт (нисабы билдәле күләмгә етһә, байҙар түләй торған аҡса-мал) буйынса фәтеүә сығарҙы.
 
Фытыр саҙаҡаһының күләме 2024 йылда  аҙ килемле  кеше башына -  150 һумдан   (финик, арпа, бойҙай, йөҙөм һәм сахих хәҙистәрҙә телгә алынған аҙыҡ-түлектең уртаса хаҡынан сығып иҫәпләнгән).
Уртаса килемле кеше башына – 800 һум,  байҙар өсөн  йән башына – 1200 һумдан".
 
Саҙаҡа биргән кеше ошо доғаны уҡый:
 
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим!
Раббәнә, тәҡаббәл миннә
Иннәкә әңтәс-сәмиғүл-ғәлиим.  
 
Йә Раббым! Беҙҙән уны ҡабул ит! Сөнки Һин Ишетеүсе һәм Белеүсеһең. Әмиин!
 
Фитыр саҙаҡаһын алған кеше уҡый:
 
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим!
Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү
Үә сыйәмәһү, үәстәджиб доғаәһү,
Үәғфир ҙунүбәһү, үә әккид иимәәнәһү
Үә әкҫир әмүәәләһү, үә үәффиҡһүү
ғәләә хайри мәҡаасыйдиһ.
 
Йә, Аллаһым! (биреүсенең исеме, атаһының исеме әйтелә)
фитыр саҙаҡаһын үә ураҙаһын, доғаһын ҡабул ҡыл һәм гонаһтарын
ярлыҡа һәм уның иманын ҡеүәтлә, малдарын арттыр һәм уны хәйерле маҡсаттарына ирештер.
 
Сығанаҡ: "Таң" гәзите. 
 
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: