Бөтә яңылыҡтар
Иман
3 Апрель , 22:10

Был доғағыҙ Ҡәҙер төнөнә лә тура килһә...

Аллаһ яуапһыҙ ҡалдырмаҫ.

Был доғағыҙ Ҡәҙер төнөнә лә тура килһә...
Был доғағыҙ Ҡәҙер төнөнә лә тура килһә...

Төндә уянып киткән осраҡта "Ләә иләәһә илләЛлааһ, үәхдәһү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүә ғәләә күлли шәй-ин ҡадиир. ӘлхәмдүлиЛләһи үә сүбхәәнаЛлааһ, үә ләә иләәһә илләЛлааһ, үәЛлааһу әкбәр, үә ләә хәүлә үә ләә ҡү(вв)әтә илләә биЛләәһ", - тип әйтһәгеҙ һәм Аллаһҡа ниндәй ҙә булһа доға-үтенес менән өндәшһәгеҙ, Ул был доғағыҙҙы яуапһыҙ ҡалдырмаҫ, тиелә дини китаптарҙа.

Мәғәнәһе: Аллаһтан башҡа табыныуға лайыҡлы бер илаһ юҡ. Ул берәү, Уның иптәше юҡ. Хакимлыҡ — Уныҡы һәм Уға ғына бар маҡтауҙар һәм Ул һәр нәмәгә ҡөҙрәтле. Аллаһҡа ғына маҡтау һәм Аллаһ бар кәмселектәрҙән Пак! Аллаһтан башҡа табыныуға лайыҡлы илаһ юҡ! Аллаһ иң бөйөгө! Аллаһтан башҡа бер кемдең дә көс-ҡеүәте юҡ!

Был доғағыҙ Ҡәҙер төнө лә тура килһә, сауабы тағы ла ҙурыраҡтыр, иншаллаһ.

Иртәгәгә, 4 апрелгә, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән).

Фото: islam.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: