Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Апрель , 23:00

"Ҡәҙер төнө мең айға ҡарағанда ла хәйерлерәк"

6 апрелгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.

"Ҡәҙер төнө мең айға ҡарағанда ла хәйерлерәк"
"Ҡәҙер төнө мең айға ҡарағанда ла хәйерлерәк"

Ҡәҙер төнө Рамаҙан айының һуңғы ун төндәренең береһенә тура килә. Тап ҡасан булыры кешелек өсөн сер. Уны таҡ төндәрҙә (21-се, 23-сө, 25-се, 27-се һәм 29-сы төндәрҙә) эҙләгеҙ, тиелә динебеҙҙә.

Был төндә "Аллаһүммә, иннәкә ғәфүүн, түхиббүл-ғәфүә, фәғфү ғәнни" тигән доғаны уҡырға кәрәк. Мәғәнәһе: "Йә Аллаһ, Һин — Ғәфү итеүсе, ғәфү итергә яратаһың, мине ғәфү итсе!" (сәхих хәҙис). Әлбиттә, өҫтәп башҡа доғаларҙы ла уҡырға рөхсәт.

Иртәгәгә, 6 апрелгә, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән).

Фото: islam.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: