Бөтә яңылыҡтар
Иман
7 Апрель , 22:00

Бәлки, тап бөгөн төндәлер...

Тамуҡ утынан азат ителеү осоро үтеп бара.

Бәлки, тап бөгөн төндәлер...
Бәлки, тап бөгөн төндәлер...

Билдәле булыуынса, әле Рамаҙандың һуңғы ун көнлөгө бара, тимәк, тамуҡ утынан азат ителеү осоро.

"Кем дә кем ураҙаның ниғмәттәрен татымай ҡалһа, ҙур отолошта булыр, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең хәҙисендә. – Рамаҙандың тәүге ун көнө – рәхмәт алыу, урталағылары – гонаһтарҙың кисерелеүе, аҙаҡҡылары тамуҡ утынан азат ителеү осоро. Әгәр ҙә өммәтем ураҙаның бөтә хикмәттәрен, бөйөклөгөн, сауаптың күплеген белә торған булһа, был айҙың йылға һуҙылыуын теләр ине".

Һуңғы ун көнлөктөң таҡ һанлы төндәренең береһендә Ҡәҙер кисе бар. Ул, бәлки, тап бөгөн төндәлер - доғала булып, ҙур сауаптар алайыҡ, теләктәребеҙ ҡабул булһын, иншаллаһ! 

"Йә, Рәсүлуллаһ, Ҡәҙер төнөндә ниндәй доға ҡылайым?" – тип һораған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән ҡатыны Ғәйшә. Пәйғәмбәребеҙ уға "Аллаһүммә, иннәкә ғәфүүн, түхиббүл-ғәфүә, фәғфү ғәнни" тип уҡырға әйткән. Мәғәнәһе: "Эй, Раббым, Һин ғәфү итеүсе затһың, ғәфү итергә яратаһың, мине ғәфү итсе!"

Иртәгәгә, 8 апрелгә, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән).

Фото: islam.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: