Бөтә яңылыҡтар
Иман
7 Апрель , 19:15

"Ошо доғаны уҡыған инем, күҙҙәрем күрә башланы"

Шул уҡығандың һулышын ҡул остарына өрөп, өс мәртәбә ауырыу күҙҙәрҙе һыйпар кәрәк.

"Ошо доғаны уҡыған инем, күҙҙәрем күрә башланы"
"Ошо доғаны уҡыған инем, күҙҙәрем күрә башланы"

Яҙыусы Лира Яҡшыбаева күҙҙәр насар күргәндә дауалау алымдары тураһында яҙған. "КҮҘҘӘРЕ НАСАР КҮРГӘН КЕШЕЛӘР КҮП. БЫНЫҢ СӘБӘБЕ ИНТЕРНЕТ, ТЕЛЕВИЗОР КАСАФАТЫ. ОШО БИРЕЛГӘН МӘҠӘЛӘЛӘ ЯҠШЫ ТӘҠДИМДӘР БАР. ҮҘЕГЕҘГӘ КҮСЕРЕП АЛЫП ФАЙҘАЛАНЫҒЫҘ. КҮҘҘӘРЕГЕҘ ЯҠШЫ КҮРЕР", - тигән ул.

"Һәр төрлө күҙ ауырыуҙарының иң яҡшы дауалау ысулы булып Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръән Кәрим китабы тора. Ҡөрьән уҡыу күҙҙәргә шифа бирә, күреү һәләтен көсәйтә. Ҡөрьәндең һәр хәрефе беҙгә һәр ауырыуҙан дауа-шифа булып тора. Аллаһ әйткән бит: «Һәр ауырыу артынан мин шифаһын ебәрәм». Шуға ла беҙ ихластан, иманыбыҙға таянып ошо аяттарҙан шифа табайыҡ.

Ауырыған күҙҙәре шифалау ысулдары:
«Йә, Раббым! Ауырыу күҙҙәремә шифа бир!» тигән ниәт менән бер юлы 11 мәртәбә әр-Рағд (Күк күкрәү) сүрәһен уҡыу кәрәк.

Хәҙрәт Ләйес һөйләгән: «Бер ваҡыт хәҙрәт Ғәмир ибн Ғүкбәнең күҙҙәре ауыртҡанын күргән инем. Шунан, күпмелер ваҡыттар үтеп уны йәнә осратҡас, күҙҙәре һау-сәләмәт булғанын күрҙем. Мин ғәжәпләнеп: «Күҙҙәреңде кем шифаланы?» - тип һораным. Ғәмир былай тип яуап бирҙе: «Төштә берәүҙе күрҙем, ул миңә: «Йә Ҡариб. Йә Мүджиб. Йә Сәмиғад-дүға. Йә Ләтыйфән лимә йәшә. Рүддә ғәләййә бәсари» тип доға ҡыл! – тине. – Ошо доғаны уҡыған инем, күҙҙәрем асылды, күрә башланым, күҙем нуры үҙ урынына ҡайтты», — тип яуап бирҙе.

«Аллаһүммә инни үғыйзү нура бәсари би-нурил-ләһил-ләзи лә йәтфә'ә» тип доға ҡылғас, Аятел Көрси уҡыр һәм шул уҡығандың һулышын ҡул остарына өрөп, өс мәртәбә ауырыу күҙҙәрҙе һыйпар кәрәк. Шунан Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һорап 100 мәртәбә: «Рәсүллүллаһ. Йә Та һә. Йә Нураль-ғайн үә шифә'әһә» тип әйтергә кәрәк. Шунан шул уҡығандың тынын ҡул устарына өрөп, йәнә ауырыу күҙҙәрҙе һыйпарға кәрәк.

Әҫәрҙәрҙә былай тиелгән: «Күҙ зәғифлегенән күҙ күреүе насарланған кеше күҙҙәрен шифаландырыу ниәте менән яңы ай күренгәс йәки 1-се, 2-се, йәки 3-сө көндө яңы айға ҡараһын, шунан уң ҡул менән күҙҙәрен һыпырһын. Шунан һуң 10 мәртәбә әл-Хәмд сүрәһен (Фатиха), өс мәртәбә әл-Ихлас сүрәһен уҡып, ете мәртәбә: «Шифә'ән мин күлли дә'ин. Бирахмәтикә йә әрхәмәр-рахимиин» тип доға ҡылһын һәм ҡул устарына өрөп, ҡабат күҙҙәрен һыпырһын. ИншаАллаһ күҙҙәренә сәләмәтлек ҡайтыр.

Күҙ ауырыуы төрлө була. Күҙ ауырыуының берәр төрө менән интеккән кеше доғаны бер аҙна буйына, иртәнге ваҡытта бер юлы өсәр мәртәбә уҡыһын. Шулай уҡ, күҙгә операция яһатҡан кеше лә уҡыһын. ИншаАллаһ, файҙаһы булыр".

Сығанаҡ: https://vk.com/wall221104265_19227

Нәсих Хәлисов фотоһы.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: