Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Апрель , 23:00

Иртәгә - ураҙаның һуңғы көнө

Йоҡларға ятыр алдынан ошо доғаны өс тапҡыр уҡығыҙ.

Иртәгә - ураҙаның һуңғы көнө
Иртәгә - ураҙаның һуңғы көнө

Иртәгә, иншаллаһ, Рамаҙан айының һуңғы көнө. Бөгөн, 8 апрелдә, быйылға аҙаҡҡы тәрәүих намаҙҙарын уҡыйбыҙ.

Иртәгәһе көндө матур, дини ҡағиҙәләргә ярашлы итеп үткәреп, Ураҙа ғәйетен лайыҡлы ҡаршыларға әҙерләнәйек. Йортобоҙҙо, ихаталарыбыҙҙы таҙартайыҡ, үҙебеҙ йыуынып, пакланып, байрамда күркәм ҡиәфәттә, яҡшы кәйефтә булайыҡ, иншаллаһ.

Доғаларҙан айырылмайыҡ. Бәлә-ҡазаларҙан, бәхетһеҙлектәрҙән һаҡлаясаҡ “Аятел-көрси” аятын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: "Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Аллаһү лә иләһи иллә һүәл-хәййүл-ҡаййүм. Лә тәхүҙүһү синәтү үә лә нәүм. Ләһү мә фиссәмәүәти үә мә фил-әрҙ. Мән ҙәл-ләҙи йәшфәғү ғиндәһү иллә би иҙниһ. Йәғләмү мә бәйнә әйдиһим үә мә хәлфәһүм. Үә лә йыхитүнә бишәйим мин ғилмиһи иллә бимәшә. Үәсиғә күрсиййүһүс-сәмәүәти үәл әрҙ. Үә лә йә үдүһү хифҙүһумә үә һүәл-ғәлиййүл-ғаҙим". Уны шулай уҡ йоҡларға ятыр алдынан өс тапҡыр уҡыһағыҙ, шайтандан һаҡланырһығыҙ, яман төштәр кермәҫ.

Иртәгәгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән).

Фото: islam.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: