Бөтә яңылыҡтар
Иман
9 Апрель , 23:00

Хуш, хәйерле Рамаҙан!

Иртәгә Ураҙа ғәйетенә барыр алдынан ниҙәр эшләргә кәрәк?

Хуш, хәйерле Рамаҙан!
Хуш, хәйерле Рамаҙан!

Көтөп алған Рамаҙан айыбыҙ бөгөн ҡояш байыу менән тамамланды. Иртәгә - Ураҙа ғәйете. Ошо уңайҙан барығыҙҙы ла ихлас ҡотлайбыҙ!

Ураҙа ғәйетенең сөннәттәрен тәҡдим итәбеҙ:

* Мөмкин тиклем иртәрәк торорға (асылда был төндөң байтаҡ өлөшөн ғибәҙәттә үткәрергә кәрәк);

* Баштан-аяҡ йыуынырға (ғөсөл алырға);

* Хушбуй (спиртһыҙ, хәләл) һөртөнөргә;

* Булған кейемегеҙ араһынан Ислам талаптарына яуап биргән иң яҡшыһын кейергә;

* Байрам намаҙына сығыр алдынан татлы берәй нәмә (мәҫәлән, финик) ашарға;

* Ғәйет намаҙына тиклем мохтаждарға фытыр саҙаҡаһын таратып өлгөрөргә;

* Байрам намаҙы башҡарылған урынға мөмкин тиклем иртәрәк килергә;

* Мөмкин булһа, ғәйет намаҙына йәйәү барыу яҡшыраҡ;

* Барған саҡта юлда даими тәкбирҙәр ("Аллаһу әкбәр" тип) әйтергә.

Оло ғәйет мөбәрәк булһын! Аллаһ Тәғәлә ураҙаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын, ғаиләләребеҙ, илебеҙ имен булһын, иншаллаһ!

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: