Иман
30 Апрель 2024, 01:50

Атай-әсәйҙәребеҙ өсөн доға ҡылайыҡ

Улар иҫән саҡта ла, баҡыйлыҡҡа күсһәләр ҙә. Доғалар - сайтта.

Атай-әсәйҙәребеҙ өсөн доға ҡылайыҡАтай-әсәйҙәребеҙ өсөн доға ҡылайыҡ
Атай-әсәйҙәребеҙ өсөн доға ҡылайыҡ

Атай-әсәйҙәребеҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып торайыҡ. Улар иҫән саҡта ла, баҡыйлыҡҡа күсһәләр ҙә.

"Ибраһим" сүрәһенең 41-се аяты:

"Мине, минең атай-әсәйемде һәм иман килтергән кешеләрҙе хисап көнөндә ярлыҡа!"

"Исра" сүрәһенең 23-сө һәм 24-се аяттары:

- "Раббың һеҙгә Унан башҡа һис кемгә ғибәҙәт ҡылмаҫҡа һәм ата-әсәгә изгелек күрһәтергә ҡушты. Әгәр һинең ҡаршыңда атай-әсәйеңдең берәйһе йәки икеһе лә ҡартайһа, уларға "Уф!" тип әйтмә! Уларға ҡысҡырма! Уларға матур һүҙҙәр генә әйт".

- "Улар алдында мәрхәмәт менән түбәнселек ҡанатын йәй һәм: "Раббым! Улар кескенә сағымда мине тәрбиәләгәне кеүек, һин уларға рәхмәт ҡыл!" - тип әйт".

Фотола: Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылынан Миңъямал менән Зекерйә Ғәлиндәр (2013 йыл).

Автор фотоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас