Иман
19 Май 2024, 12:30

Иманлы халыҡ йәшәй бында

Мәсеттә дини байрамдар, никах туйҙары, аят аштары даими уҙғарыла.

Иманлы халыҡ йәшәй бындаИманлы халыҡ йәшәй бында
Иманлы халыҡ йәшәй бында

Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылында ҡалҡыу ерҙә урынлашҡан мәсет әллә ҡайҙан ағарып күренеп тора. Ул ауылдаштар, ситтә йәшәүсе яҡташтарҙың күмәк көсө менән бергәләп төҙөлгән.

Кешеләрҙең иманға күпләп ҡайтыуы ҡыуаныслы - һәр эште уртаға һалып һөйләшерлек, бергәләп тауҙар аҡтарырлыҡ айыҡ аҡыллылар күбәйә. Мәсеттә дини байрамдар, никах туйҙары, аят аштары йыш уҙғарыла. Йолаларҙы ҡәҙерләгән, ата- бабалары, әруахтар тураһында хәтер һаҡлаған халыҡ йәшәй бында.

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә әсә-атаһы – Ғәйшә Айнулла ҡыҙы һәм Рәүис Хәким улы Ғәниевтәрҙең яҡты рухына бағышлап уларҙың дүрт ҡыҙы - Зөбәржәт, Фирҙәүес, Фирүзә, Рита - ҡөрьән мәжлесенә ауылдаштарын йыйып алған, аят уҡытҡан, шулай уҡ мәсеткә һауыт-һаба йыйылмаһы бүләк иткән. Сауаплы эш башҡарған бер туғандар яҡташтарына, ауыл муллаһы Әмирхан Сәғитовҡа рәхмәтле.

Бында тыуып үҫкән ҡыҙҙар, хәҙер инде олпат ҡатын-ҡыҙҙар, хөрмәтле әсәйҙәр, төрлөһө төрлө тарафта ғаилә ҡорған, икенсе яртылары менән аҡыллы, уңған балалар үҫтергәндәр. Ситтә йәшәһәләр ҙә, тыуған ауылдарына йыш ҡайталар, үҙ балаларына атайсал ҡәҙерен, туғанлыҡ хистәрен һеңдерергә тырышалар.

Ошондай миҫалды күреп үҫкән йәш быуындың да үҙ халҡының йола-ҡанундарын хөрмәт итеүенә, тамырҙарын онотмауына, рухлы, иманлы булып үҫеүҙәренә шик ҡалмай.

Фото: Гөлгөнә Мозафарова.

Иманлы халыҡ йәшәй бында
Иманлы халыҡ йәшәй бында
Иманлы халыҡ йәшәй бында
Иманлы халыҡ йәшәй бында
Иманлы халыҡ йәшәй бында
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас