Салауат районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Малояҙ ауылы мәсетендә булды.
Республиканың барлыҡ мәсеттәрендәге кеүек үк, бында ла Ҡорбан байрамы хөрмәтенә байрамса вәғәз үткәрелде. Уны мөфтөй, республика мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин уҡыны.
Башҡортостан Башлығы мосолмандарҙы байрам менән ҡотланы, коллектив намаҙҙа ҡатнашты һәм диниҙәр менән аралашты.
“Һеҙҙе мосолмандарҙың иң ҙур байрамдарының береһе булған Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым. Был беҙҙең өсөн бик мөһим көн, беҙ Аллаһ Тәғәләгә намаҙҙар уҡыйбыҙ, ғаиләләр һәм арабыҙҙан киткәндәр рухына доға ҡылабыҙ. Уның асылы шунда – Аллаһ Тәғәләгә яҡыныраҡ булыу өсөн кешегә ҡорбан килтерергә кәрәкмәй. Изгелекле кеше булырға, дини ҡанундарҙы күҙәтергә кәрәк. Был - иң мөһиме. Тап Ҡорбан байрамы исламдың юғары гуманитар тәбиғәте тураһында һөйләй”, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе республика диниҙәренә Башҡортостандың махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәргә ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.