Иман
21 Июнь 2024, 01:00

Һәр өйгә берәр тоҡ бойҙай таратҡан

Ауылдаштарын шулай ҡыуандырған ул.

Һәр өйгә берәр тоҡ бойҙай таратҡанҺәр өйгә берәр тоҡ бойҙай таратҡан
Һәр өйгә берәр тоҡ бойҙай таратҡан

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында, яңыраҡ үткән Ҡорбан байрамы айҡанлы, Нурбулат Халиҡов һәр бер өйгә берәр тоҡ иҫәбенән бойҙай таратып сыҡҡан. Был хаҡта Мөнирә Әхмәтова яҙа.

"Иң оло байрамда ауыл халҡын ололап, хәйер саҙаҡаһына өй башы һайын берәр тоҡ бойҙай таратҡан Нурбулат Зөфәр улы Халиҡовҡа оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Дан өсөн дә, мал өсөн дә түгел, ә ауылдаштарын ҡыуандырып сауап алыусы ауылдашыбыҙҙың изге эштәре гел уң булһын, Хоҙай һаулыҡтан айырмаһын, ғаиләһе шатлыҡта һәм муллыҡта йәшәһен, Хызыр Ильяс һәр саҡ юлдаш булһын. Рәхмәт, Нурбулат!" - тигән ул.

Сығанаҡ: https://vk.com/ishberdinsk2013

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас