Иман
29 Июнь 2024, 19:50

Юлға сығыр алдынан ошо доғаны уҡығыҙ

Тәүҙә «Аятүл-Көрси», һуңынан ошо доғаны уҡырға кәрәк: 

Юлға сығыр алдынан ошо доғаны уҡығыҙЮлға сығыр алдынан ошо доғаны уҡығыҙ
Юлға сығыр алдынан ошо доғаны уҡығыҙ

"Сүбханәлләҙи сәххара ләә һәҙә күннә ләһү муҡъириниә үә иннә раббинә ләмүнҡалибун. Бисмилләһи мәжраәһә үә мүрсаһа иннә рабби ләғафурур рахим".

Мәғәнәһе: "Аллаһ һинең исемеңде телгә алып юлға сығам. Миңә биргән сәләмәтлек һәм эш өсөн Һиңә шөкөр итәм. Сәфәрҙә мине, машинамды, юлсыларҙы бәлә-ҡазаларҙан һәм бөтөн ҡурҡыныстарҙан Һин һаҡла, ярҙамыңдан ташлама. Беҙ күпме генә гонаһлы булһаҡ та, Һин беҙҙе ғәфү ит. Барасаҡ еребеҙгә һау-сәләмәт етеүебеҙҙе насип ит. Балаларыбыҙҙы ата-әсәһеҙ ҡалдырма, ата-әсәләрҙе балаларhыҙ ҡалдырма. Әйләнеп ҡайтҡанда ғаиләләребеҙҙе ҡайғы-хәсрәтһеҙ күрергә насип ит. Һинең һәр нәмәгә көсөң етәлер, Аллаһым! Амин!"

Алмас Әмирханов фотоһы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас