Иман
2 Июль 2024, 07:00

"Ҡыҙыбыҙ һирәк йылмая..."

Ата-әсәгә һатыусы ниндәй һабаҡ биргән? Июль айына намаҙ ваҡытын тәҡдим итәбеҙ.

"Ҡыҙыбыҙ һирәк йылмая...""Ҡыҙыбыҙ һирәк йылмая..."
"Ҡыҙыбыҙ һирәк йылмая..."

Бер ғаилә пары балалар уйынсыҡтары һатылған магазинға ингән. Кәштәләге әйберҙәрҙе оҙаҡ итеп ҡарап йөрөгәндәр. “Илаған”, “көлгән” ҡурсаҡтар, электрон уйынсыҡтар, бәләкәй “мейестәр”... Ир менән ҡатын нимәне һайларға белмәгән.

Уларҙың янына һатыусы килгән.

– Беләһегеҙме, – тип аңлата башлаған ҡатын, – беҙҙең бәләкәй ҡыҙыбыҙ бар, әммә өйҙә көнө буйы яңғыҙы ултыра – үҙебеҙ эштәбеҙ, янында була алмайбыҙ.

– Ҡыҙыбыҙ һирәк йылмая, – тип дауам иткән ир.

– Балабыҙҙы бәхетле итерлек әйбер кәрәк ине, – тигән ҡатын. – Уны ҡыҙыҡһындырырлыҡ, тынысландырырлыҡ, әүрәтерлек...

– Ғәфү итегеҙ, – тип һүҙҙе бүлгән һатыусы. – Был бит уйынсыҡтар магазины. Беҙ атай-әсәй һатмайбыҙ...

Балаларыбыҙға тейешле иғтибар бүлергә тырышайыҡ - динебеҙҙә ата-әсәнең был бурысы иң юғарыға ҡуйылған.

Июль айына намаҙ уҡыу ваҡытын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән).

Фото: Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты. 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас