Билдәле булыуынса, 7 июлдә мосолман календары буйынса яңы 1446 йыл башланды. Әле тәүге айы – мөхәррәм бара. Динебеҙҙә әйтелеүенсә, уның унынсы көнө Ғәшүрәне ураҙа тотоп үткәреү хәйерле һанала.
Бер хәҙистә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең: “Рамаҙандан һуң иң яҡшы ураҙа – Аллаһ Тәғәләнең мөхәррәм айында”, – тигәне мәғлүм (Мөслим йыйынтығынан). Иғтибар итһәгеҙ, был хәҙистә мөхәррәм “Аллаһтың айы” тип аталған, һәм был уның бөйөк дәрәжәһен иҫбатлай. Тәбиғиндәрҙән булған Хәсән әл-Басри тигән мәшһүр ғалимдың шундай һүҙҙәре лә билдәле: “Рамаҙандан һуң мөхәррәм кеүек бөйөк ай юҡ!” Элек-электән мөхәррәм айында гонаһ ҡылыу, һуғыштар ҡәтғи тыйылған.
Пәйғәмбәребеҙ былай тигән: “Ғәшүрә көнөндә тотолған ураҙа өсөн Аллаһ былтырғы гонаһтарҙы юйыр, тип ышанам” (Мөслим йыйынтығынан). Тимәк, Ғәшүрә көнөндә тотолған ураҙа үткән йылдың гонаһтарын юя, шуға ул форсатты үткәреп ебәрмәйек. Ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, илебеҙ имен торһон, иншаллаһ!
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.