Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Июль , 10:00

Ҡатынығыҙ аңламаһа... әҙерәк туҡмап алығыҙ

Имамдың һүҙҙәре ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Туҡмарғамы ҡатынды, юҡмы? 

Ҡатынығыҙ аңламаһа... әҙерәк туҡмап алығыҙ
Ҡатынығыҙ аңламаһа... әҙерәк туҡмап алығыҙ

Ҡазан имамы Тимур Камаев ғаиләлә килеп сыҡҡан низағтарҙы хәл итеү юлы менән уртаҡлашты. Әгәр ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡ тыуһа, һөйләшеп килешергә кәрәк, ти ул. Тик ҡатын аңламай икән, “әҙ генә” туҡмарға була. Был ныҡлап туҡмау түгел, ә бер нисә тапҡыр әллә ни ауырттырмай ғына һуғып алыу.

“Мәғәнәһе кешене туҡмау, күгәреүҙәр ҡалдырыу йәки имгәтеү түгел, ә ипләп кенә “туҡта, һин дөрөҫ эшләмәйһең” тип аңлатыу. Ирең һинең менән ҡәнәғәт түгел һәм ҡул күтәрер хәлгә еткәнен күрһәтеү өсөн”, – тигән имам.

“Ҡул күтәреү” ул туҡмау түгел, тип аңлата имам һәм, ислам буйынса ҡатынды туҡмау дөрөҫ түгел, ти. 

Был һөйләшеү “Хәҙрәт менән сәй” видеоподкасын төшөргән саҡта барлыҡҡа килгән. Был тапшырыуҙарҙа Тимур Камаев мосолмандарҙың һорауҙарына яуап бирә. Әлеге сығарылыш ғаиләлә ҡул күтәреү темаһына арналған. Шау-шыу башланғас, видеояҙманы алып ташлағандар, тик һуңғараҡ кире һалғандар һәм журналист имамды дөрөҫ аңламаған тигәндәр.

"Таратылған цитаталар һәм контекстың имам әйткән фекерҙәргә тап килмәүенә иғтибар итәбеҙ. Интервьюла ул ҡул күтәреүҙең - исламда гонаһ, яза алырға тейешле яуызлыҡ булыуын, ә ғаиләлә йәберләү ҡорбандары булған ҡатындарҙың проблеманы йәшермәҫкә, ә хәҙрәттәргә һәм полицияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә саҡырыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала", - тип яҙған баҫма.

Имамдың үҙенең фекерен белеп булмаған. Хәбәрсе шылтыратып үҙе менән таныштырыу менән ул трубканы һалған.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: