Бөтә яңылыҡтар
Иман
21 Июль , 06:50

"Таң менән сығып ысыҡ кис, балам..."

Яуҙан яраланып ҡайтҡан ирем тормошта үҙ урынын таба алмай йонсой, ул арала бер балабыҙ ауырыуға һабышты...

"Таң менән сығып ысыҡ кис, балам..."
"Таң менән сығып ысыҡ кис, балам..."

Ауырыуҙарға бөтөн дауаның тәбиғәттә икәнлегенә өлкәнәйгән һайын нығыраҡ инана барам. Тәнгә лә, күңелгә лә шифа – унда ғына.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында кейәүгә сығып, ике бала менән оҙаҡ йылдар ятаҡта йәшәргә тура килде. Эш юҡ, аҡсаһыҙлыҡ, алда бер ниндәй “яҡтылыҡ” күренмәй... Афғанстан яуынан яраланып ҡайтҡан ирем тормошта үҙ урынын таба алмай йонсой, ул арала бер балабыҙ ауырыуға һабышты...

Нимә эшләргә? Йән әрнеүе менән ошо һорауҙы бирҙем йәй ауылға ҡайтҡас әсәйемә. Ул тыныс ҡына: “Тыныслан, ҡыҙым, – тине. – Таң менән сығып ысыҡ кис, бөтә теләктәреңде әйтеп...”

Ҡояш сыҡмаҫ элек ишек алдына сыҡтым. Һалҡынса һауа биткә бәрелеп, бөтөн тәнемде зымбырлатып үтте. Тирә-яҡ тып-тын. Тау артында офоҡ ҡыҙарып, күк йөҙөнә алһыу нур сәселгән. Йылға буйының, ҡарағай урма­нының еҫе килеп бәрелеп тынды киңәйтә... Тыуған тәбиғәтем тойҙорған ләззәттән күңелем йомшарып, күпереп үҫкән үлән ысығын илай-илай кисә башланым. Күңелемдә нимә йыйылған, барыһы ла урғылып сыҡты, теләктәрем тынлыҡҡа таралды. “Йөк”тән бушанғансы, өшөй баш­лағансы кистем шулай ысыҡты.

Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ошонан һуң тормошомда ыңғай үҙгәрештәр башланды. Балам яйлап сиренән арынды, үҙем эшкә урынлаштым, иремә тейешле фатирын бирҙеләр...

Ул ваҡытта динде күбебеҙ аңлап еткермәй инек бит. Хәҙер уйлайым да, тормошомдағы бар ыңғай үҙгәрештәрҙең Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтенән булғанына инанам. Таңғы ысыҡтың ғына түгел, шул мәлдә ҡылынған доғаларҙың да көсө мөғжизәгә тиң бит. Иртәнге намаҙ ҙа юҡҡа ғына тап ошо ваҡытта уҡылмайҙыр. Тәбиғәттең уянған мәлендә бөтөн изге теләктәр ҡабул була, тән дә, йән дә шифа ала. Теге саҡ, баҡһаң, илай-илай Хоҙайға ялбарғанмын, доғала­рымды еткергәнмен икән.

...Бер нисә йыл элек әхирәтем сиргә һабышҡас, таңда ысыҡ кисергә теләүен әйтте. Тик һуңлағайны... Тәбиғәттең ни ҡәҙәр ҙур көскә эйәлеген ваҡытында аңлап еткермәйбеҙ шул.

(Өфөлә йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).

Автор фотоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: