Бөтә яңылыҡтар
Иман
29 Июль , 12:00

Мәсет тә, сиркәү ҙә һалдырған

Эшҡыуар тыуған яғында бер нисә мәсет төҙөткән. Ә Вострецов – ҡатыны Иринаның тыуған ауылы.

Мәсет тә, сиркәү ҙә һалдырған
Мәсет тә, сиркәү ҙә һалдырған

Борайҙар “Атайсал” проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Рәсми сайтта районда башҡарылған 396 проект теркәлгән. Шул яҡшы ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыусыларҙың береһе эшҡыуар Филүс Ғилфанов Вострецов ауылында үҙ аҡсаһына сиркәү һалдырған. Ул үҙе Мишкә районында тыуып үҫкән, тыуған яғында бер нисә мәсет төҙөткән. Ә Вострецов – ҡатыны Иринаның тыуған ауылы.

Уға йыш ҡына мосолман кешеһенең  ни өсөн сиркәү төҙөтөүе тураһында һорау бирәләр . “Хоҙай бер бит, кешенең иманы булырға тейеш”, – тип кенә яуаплай ул осраҡтарҙа эшҡыуар.  Ә Филүс  Ғилфанов иманлы, тәрбиәле уҙаман.

 Сиркәү ауылдың ғына түгел, ә  бөтә Борай районының йәме. Халыҡ дини байрамдарҙы үткәреү өсөн Бөрө ҡалаһына түгел, райондағы  эшҡыуар төҙөткән сиркәүҙә уҙғара хәҙер.


Фото: https://vk.com/gazetaalga

Мәсет тә, сиркәү ҙә һалдырған
Мәсет тә, сиркәү ҙә һалдырған
Мәсет тә, сиркәү ҙә һалдырған
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: