Башҡортостандың иман йорттарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттар өсөн доға ҡылыу ойошторола. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ғибәҙәт өсөн айырым көндәр билдәләргә тәҡдим итте.
Республиканың традицион конфессия лидерҙары һәм диндарҙары тәҡдимде тулыһынса хуплауҙарын белдерҙе. Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Рус православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы башлығы митрополит Никон һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына рухи ярҙам күрһәтеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Республика мәсеттәрендә яугирҙәребеҙҙең, Тыуған илебеҙҙең махсус хәрби операцияла еңеүен теләгән доғалар һәр аҙна йома намаҙынан һуң башҡарыласаҡ.
- Төп ҡорам – Өфөләге Рождество Богородицаһы кафедраль соборында хәрбиҙәрҙең туғандарын һәр дүшәмбе 10.30 сәғәттә айырым ғибәҙәт ҡылыуҙа көтәләр. Ә республиканың сиркәүҙәре һәм монастырҙарында доғалар һәм МХО хәрбиҙәрен махсус иҫкә алыу көн һайын башҡарыласаҡ.