Аллаһ рәсүле Мөхәммәт салләлЛааһү ғәләйһи үә сәлләм ямғыр башланыр алдынан бер аҙ бошоноулы хистәр кисергән. Сөнки ямғыр Аллаһтың рәхмәте генә түгел, ә халыҡҡа язаһы булыуы ла мөмкин. Шуға ул былай тип доға ҡылған:
اللَّهُمَّ إِنِّی أَسْأَلُكَ خَيْرَهَا وَ خَيْرَ مَا فِيهَا وَ خَيْرَ مَا أُرْسِلَتْ بِهِ وَ أَعُوذُ بِكَ مِنْ شَرَّهَا وَ شَرِّ مَا فِيهَا وَ شَرِّ مَا أُرسِلَتْ بِهِ
"Әллаһүммә иннии әс'әлүкә хайраһәә үә хайра мәә фииһәә үә хайра мәә үрсиләт биһи үә әғүүҙү бикә мин шәрраһәә үә шәрри мәә фииһәә үә шәрри мәә үрсиләт биһи."
Мәғәнәһе:
"Аллаһым, мин Һинән уның [ямғырҙың] хәйерлеһен һорайым. Ямғырҙа тик яҡшылыҡ һәм файҙа булһын ине. Һәм мин Үҙеңә уның насарлығынан һыйынам. Ямғыр килтергән бәләләрҙән, афәттәрҙән".
Аллаһ рәсүле ﷺ шулай уҡ ямғыр ваҡытында доғалар ҡабул була, тине. Ямғырлы көнөбөҙҙә үҙебеҙ һәм яҡындарыбыҙҙы доғаларыбыҙ менән төрөндөрәйек. Аллаһү Тәғәлә афәттәрҙән аралаһын, именлеген бирһен, иманыбыҙҙы ҡеүәтләһен!
Сығанаҡ: "Дин һәм нәсихәт" төркөмөнән.