Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Август , 12:00

Юлбарыҫтар мәсетле булды

Хәйбулла районында эшләп килгән 27 мәсеткә өҫтәлеп тағы ла Быҙаулыҡ, Маҡан, Петропавловка ауылдарында Аллаһ йорттары төҙөлә.

Юлбарыҫтар мәсетле булды
Юлбарыҫтар мәсетле булды

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылында өр-яңы Аллаһ йорто үҙ ишектәрен асты. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.

"Бөгөн Юлбарыҫта тарихи ваҡиға - Хәйбулла ерендә тағы бер иман йорто ҡалҡып сыҡты. Юлбарыҫ - уңғандар һәм тырыш халыҡ төбәк иткән ауыл. Мәсеттең күмәк көс менән төҙөлөүе быға асыҡ дәлил - ауыл халҡы, яҡташтарыбыҙ, Урал Хөрмәт улы Таймасов ярҙамында барлыҡҡа килде ул. Райондың хәйриә фонды ла үҙ өлөшөн индерҙе. Бөгөнгө көндә районда эшләп килеүсе 27 мәсеткә өҫтәлеп тағы ла Быҙаулыҡ, Маҡан, Петропавловка ауылдарында Аллаһ йорттары төҙөлә. Яңыраҡ ҡына Үрнәк ауылында ла иман йорто үҙ ишектәрен асты. Күмәк көс һәм тырышлыҡ менән асылған был мәсет тә ауылға, районыбыҙға йәм һәм бәрәкәт өҫтәп, яҡты иман нуры сәсеп торор, ауылға иман ҡайтыр, мәсет тәрбиәүи эштәр алып барыусы усаҡ булып, уның ишектәре һәр саҡ асыҡ булыр тип ышанам. Яңы мәсеттең нигеҙе ҡотло булһын!"- тип яҙған Рөстәм Динислам улы.

Юлбарыҫ ауылы халҡының шатлыҡ- ҡыуаныстарын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ һәм Аллаһ йорто ауылға иман таратһын, халыҡтың күңелдәрен нурлаһын!

Фото һәм сығанаҡ: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән

Юлбарыҫтар мәсетле булды
Юлбарыҫтар мәсетле булды
Юлбарыҫтар мәсетле булды
Юлбарыҫтар мәсетле булды
Юлбарыҫтар мәсетле булды
Юлбарыҫтар мәсетле булды
Юлбарыҫтар мәсетле булды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: