Бөтә яңылыҡтар
Иман
28 Август , 15:00

Ғибәҙәтхана төҙөткән

Йылайыр районының иң бәләкәй тораҡ пункттарының береһе һаналған Новопокровск утарында йәшәгән Геннадий Юрьевич Козлов тураһында булыр һүҙебеҙ.

Ғибәҙәтхана төҙөткән
Ғибәҙәтхана төҙөткән

"АТАЙСАЛ" ПРОЕКТЫ 

Белеүебеҙсә, “Атайсал” проекты тураһында тәҡдимде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың ноябрендә тыуған төйәгенә – Ишембай районының Һайран ауылына эш сәфәре барышында белдергәйне. Артабан инде ойоштороу комитеты, проекттың положениеһы, махсус сайт булдырылып, эш башланды. Шул мәлдән бөгөнгәсә ошо проектҡа йөҙәрләгән, меңәрләгән кеше ҡушылды. Улай ғына ла түгел, бөгөн “Атайсал” проекты менән илдең башҡа төбәктәре лә ҡыҙыҡһына, үҙҙәрендә тормошҡа ашырыу теләген белдерә. 

Бөгөн “Атайсал” – республиканың барлыҡ төбәктәрендә киң ҡолас алған проект. Изге йөрәкле, ярҙамсыл, йәнтөйәген яратҡан кешеләр социаль әһәмиәтле объекттар төҙөүгә, булғандарын ремонтлауға, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, мәҙәниәт йорттарына, ауыл китапханаларына ярҙам итеүгә ғәйәт ҙур иғтибар бүлә.

Ә бөгөнгө һүҙебеҙ - Йылайыр районының иң бәләкәй тораҡ пункттарының береһе һаналған Новопокровск утарында йәшәгән Геннадий Юрьевич Козлов тураһында.

Уның тураһында район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә матур йөкмәткеле яҙма менән уртаҡлашты. 

"Йылайыр районынан сыҡҡан бик күп уңышлы кешеләр төрлө ергә таралған. Әгәр уларҙың һәр береһе бәләкәй Ватанына ярҙам итһә, был башланғыс шул төбәктең тормошон бермә-бер яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. Кем бәләкәй Ватанына ярҙам итергә теләй, улар өсөн «Атайсал» проекты булдырылған. Был проект ярҙамында яҡташтарыбыҙ тыуған ауылына файҙалы эштәр эшләй. Ғәзиз йәнтөйәгенә битараф булмағандар арҡаһында бәләкәй ауылдар йәшәп килә, яңы һулыш ала.

Райондың иң бәләкәй тораҡ пункттарының береһе һаналған Новопокровск утарында йәшәгән Геннадий Юрьевич Козлов тураһында булыр һүҙебеҙ. Быйыл ул утарында бәләкәй сиркәү, дөрөҫөрәге ғибәҙәтхана төҙөп ултыртты. Ыҡсым ғына итеп эшләнгән был йорт юлаусыларҙы үҙенә әллә ҡайҙан саҡырып ултыра. Бөгөн уның эргә-тирәһен төҙөкләндереү эштәре дауам итә.

Часовня төҙөү – кесе Ватаныңа ярҙам итеү ул. Был эш - «Атайсал» проектын тормошҡа ашырыуҙың сағыу миҫалы. Ауылдаштарыбыҙға ярҙам иткән төрлө ауылдарҙан һәм ҡалаларҙан сыҡҡан кешеләр арҡаһында йәшәгән еребеҙ үҙгәрә, уларҙа тормош уңайлыраҡ була бара. Яҡташтарыбыҙҙың тыуған илен онотмауына һәм уны төҙөкләндереүгә өлөш индереүенә сикһеҙ шатмын", – тип яҙған район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.

Фото һәм сығанаҡ: Борис Мелкоедовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: