Ошо көндәрҙә Бөрйән районында ҡыуаныслы ваҡиға булған. Ниһайәт, район үҙәгендә тағын бер иман йорто - "Фурҡан" мәсете рәсми рәүештә үҙ ишектәрен асҡан. Мәсетте төҙөү уйы, проекты 2012 йылда барлыҡҡа килһә, уға нигеҙ 2014 йылда һалына башлай. Күмәк һәм күп көс талап иткән изге йорттоң асылыуы бөрйәндәр өсөн ҙур тарихи ваҡиғаға әйләнгән. Халыҡтың шатлығын уртаҡлашырға күрше райондарҙың имам-мөхтәсибтәре лә килгән.
Сарала ошо эште башлап йөрөүсе, эше менән, аҡсалата ярҙам итеүсе һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәре әйтелгән Халыҡтан йыйылған аҡсаның маҡсатҡа ярашлы тотонолоуына отчет яһалған. Сығыштар араһында район мөслимәләре мөнәжәттәр менән сығыш яһаған.
Мәсетте асыу хоҡуғы райондың имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зариповҡа, район хакимиәте башлығы булып эшләгән осорҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүсе Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манаповҡа һәм Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжының директор урынбаҫары Радик Рафаэль улы Мирасовҡа бирелгән.
Беҙ ҙә Бөрйән халҡының ҡыуанысын уртаҡлашабыҙ һәм киләсәктә Аллаһ йортонан яңғыраған аҙан тауышы бар ғәләмде нурға мансыһын, халыҡты иманға әйҙәһен!
Фото һәм сығанаҡ: "Таң" гәзитенән