Мәрхүм яҡындарыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, уларҙың рухына Ҡөрьән аштары уҡытыу йәмғиәтебеҙҙә изге йола булараҡ йәшәп килә. Ошо рәүешле үҙебеҙҙең күңелебеҙгә лә еңеллек алабыҙ.
Ошоға бәйле танышымдың үҙе менән булған бер ваҡиғаға бәйле хикәйәте уйға һалды.
– Мәрхүм туғандар иҫтәлегенә йыл һайын Ҡөрьән ашы үткәрәбеҙ. Алдан уҡ уларҙың исемлеген яҙып, һәр береһен хәтергә алабыҙ, доға уҡыйбыҙ, хәйер таратабыҙ. Был юлы ла шулай эшләнек. Барыһы ла риза булып таралышты, үҙебеҙҙең дә күңел булып ҡалды, ләкин шул төндә атайымдың күптән мәрхүм булған апаһы төшкә керҙе. Бер нимә лә өндәшмәй, моңһоу ғына ҡарап торҙо ул. Ҡапыл исемлек иҫкә төштө һәм уны алып ҡараным. Унда ни сәбәптәндер ошо апайым яҙылмай онотолоп ҡалғайны. Үҙен хәтергә алмағанға ла шулай моңайып төшкә ингәндер, тип уйланым.
Шул аҙнаның йомаһында мәсеткә барып, уның рухына доға уҡытып, хәйер биреп сыҡтым. Шунан һуң үҙемә лә тыныс булып ҡалды. Үлгәндәрҙең доға өмөт итеүенә шунан һуң нығыраҡ ышандым, – тип һөйләне танышым.
Автор фотоһы.