Бөгөн, 24 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мосолмандары Диниә назаратының съезында ҡатнашты. Делегаттар дини ойошма эшмәкәрлегенең мөһим мәсьәләләрен тикшерҙе, Диниә назараты рәйесен һәм президиум составын һайланы.
Төбәк етәксеһе үҙенең сығышында дин әһелдәренә әүҙем эшмәкәрлек өсөн рәхмәт әйтте һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Беҙҙең республикала бөгөн 2 миллиондан ашыу мосолман йәшәй. Башҡортостанда Ислам динен тотоусылар быуаттар дауамында күп милләтле илебеҙҙең ҡеүәтен нығытыуға, уның мәнфәғәттәрен яҡлауға ҙур өлөш индерә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Республикабыҙ мосолмандары Диниә назаратының быуаттан ашыу тарихы бар. Ул бөгөн 856 берләшмәне үҙ эсенә ала һәм илдәге иң ҙур берләшмәләрҙең береһе булып тора. Рухи лидерҙарыбыҙ ил етәкселегенең тарихи ҡарарҙарына булышлыҡ итеүҙә берҙәм позиция һаҡлай, республиканың йәмәғәт проекттарында әүҙем ҡатнаша. Башҡа традицион конфессия вәкилдәре менән бергә һеҙ экстремизм һәм ксенофобия идеяларына, традицион исламға ят ағымдарға ҡаршы тораһығыҙ. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, йәштәргә патриотик тәрбиә биреүгә лайыҡлы өлөш индереүегеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт белдерәм.
Республика Башлығы мосолмандарҙың дини лидерҙарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, Рәсәйҙә һәм унан ситтә мохтаждарға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Махсус хәрби операция зонаһындағы яҡташтарыбыҙға, Донбасстың тыныс халҡына гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашыуығыҙ, граждандарға, Фәләстандың Газ секторындағы балаларға, ташҡындан һәм башҡа бәлә-ҡазаларҙан зыян күргән күрше төбәктәр халҡына ярҙам итеүегеҙ өсөн рәхмәт. Рәсәйҙең яңы төбәктәренән, Курск һәм Белгород өлкәләренән республика ҡабул иткән мәжбүри күсенеүселәргә ярҙамығыҙ өсөн дә рәхмәт, - тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе Диниә назаратының киләсәккә өҫтөнлөклө бурыстарын да билдәләне.
- Бөгөн мосолмандарҙың Диниә назараты алдында дини белем биреүҙе артабан үҫтереү, мосолман берләшмәләрен нығытыу, уларҙы яҡшы әҙерлекле дин әһелдәре, ысын патриоттар менән тәьмин итеү буйынса бурыстар тора. Был йәһәттән һеҙгә мотлаҡ ярҙам итербеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ бергәләп “Әр-Рәхим” мәсетен төҙөүҙе дауам итәбеҙ, ул Өфөнөң биҙәге һәм ғорурлығы булырға тейеш. Һеҙҙең алда тағы ла бер тапҡыр шуны әйткем килә: беҙ уны мотлаҡ төҙөп бөтәсәкбеҙ.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин республика етәкселегенә Диниә назараты эшмәкәрлегенә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ дини ойошманың биш йылдағы төп эш һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне.
Артабан көн тәртибенә ярашлы, съезд делегаттары Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесен һайланы. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса алдағы биш йылға дини ойошманы йәнә мөфтөй Айнур Бирғәлин етәкләйәсәк. Ултырышта шулай уҡ Диниә назараты президиумы составын һайланылар һәм дини ойошма эшмәкәрлеге йомғаҡтарын тикшерҙеләр.
Сығанаҡ: glavarb.ru