Ислам дине сихыр ҡағылыуҙы инҡар итмәй. Пәйғәмбәребеҙҙе лә сихырларға маташыусылар булған. Борон-борондан халҡыбыҙҙың ырымсы, имләүселәре юҡҡа булмағандыр.
Сихыр – сихырсы өсөн дә, сихырлатҡан кеше өсөн дә бик ҙур гонаһ. Башҡа ҙур гонаһтар ғәфү ителһә, сихыр гонаһы – юҡ, тип өйрәтә динебеҙ.
Сихыр билдәләрен ике халәттә күрергә мөмкин. Кеше йоҡлағанда (сихырланған кеше йоҡлай алмай, һәр ваҡыт ҡурҡыныс төштәр күрә, төндә һөйләшә, илай, көлөп ебәрә, тешен шығырлата, үлгән кешеләрҙе күрә) һәм уяу ваҡытта (сихыр ниндәйҙер ауырыу алып килә, йыш иҫнәтә, баш ауырта, күҙгә ниҙер күренә, яҡын туғандар менән аралашыу ауырлаша).
Динебеҙҙә бындай зәхмәттән һаҡланыу саралары ла ҡаралған. Шуларҙы ҡарап үтәйек:
1. Аллаһ ҡушҡан бөтә фарыздарҙы үтәү, харам нәмәләрҙән ситләшеү һәм бар гөнаһтар өсөн тәүбә ҡылыу (сихырҙан һаҡланыуҙың был иң тәүге шарты һәм башҡа үтәлергә тейешле сараларҙың нигеҙе).
2. Йыш Ҡөрьән уҡыу (уның күпмелер өлөшөн көн дә уҡыу тейешле).
3. Пәйғәмбәрҙән риүәйәт ителгән зикер-доғаларҙы һаҡланыу сараһы булараҡ ҡулланыу. Мәҫәлән, иртән һәм кисен өсәр тапҡыр: «БисмиЛлә́һ, әлләҙи́ лә́ йәдурру мәғәс-миһи́ шәйьүн фил-ардый үә лә́ фис-сәмә́ьи үә Һүәс-сәми́ғүл-ғәли́м!» - тип әйтеү. Йәғни: «Аллаһ исеме менән! Уның исеме менән ерҙә лә, күктә лә һис нәмә зыян килтерә алмай, һәм Ул – Ишетеүсе, Белеүсе» (әт-Тирмиҙи, Әбү Дауыт һәм Ибн Мәджәнең хәҙис йыйынтыҡтарынан).
Һәр намаҙҙан һуң, йоҡлар алдынан, иртән һәм кисен «Көрси» аятын («Аят әл-Көрси») уҡыу (Ҡөрьән, «Һыйыр» сүрәһе, 2:255); иртәле-кисле һәм йоҡлар алдынан «Ихлас», «Таң» һәм «Кешеләр» сүрәләрен уҡыу (Ҡөрьән, 112-114-се сүрәләр); көнөнә йөҙ тапҡыр ошо һүҙҙәрҙе әйтеү: «Лә́ илә́һә иллә-Лла́һ, үәхдәһү́ лә́ шәри́кә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмд, үә Һүә ғәлә́ күлли шәйьин ҡади́р!» Йәғни: «Аллаһтан башҡа табыныуға лайыҡ илаһ юҡ һәм Ул Берәү, Уның тиңдәше юҡ. Уға ғына бар хакимлыҡ һәм Уға ғына бар маҡтау, һәм Ул бөтә нәмәгә ҡөҙрәтле» (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан).
Иртән һәм кис, намаҙҙарҙан һуң, йоҡлар алдынан, йоҡонан торғас, йортҡа ингәндә-сыҡҡанда, хәрәкәт итеү сараһына (машинаға, атҡа йәки һ.б. шундай нәмәләргә) ултырғанда, мәсеткә ингәндә-сыҡҡанда, сирләүсе кешене күргәндә уҡыла торған зикер-доғаларҙы даими рәүештә уҡып торорға, шулай уҡ төрлө осраҡтарҙа һәм урындарҙа әйтелә торған бүтән зикер-доғаларҙы ла ҡулланырға кәрәк.
Башҡа саралар менән бер рәттән, ундай һүҙҙәрҙе даими ҡабатлап тороу сихырланыуҙан, күҙ тейеүҙән һәм ен ҡағылыуҙан һаҡланыу өсөн ышаныслы сәбәп буласаҡ, ин шәә Аллаһ. Унан бигерәк, төрлө бәлә-ҡазаларға тарыған осраҡтарҙа иң һөҙөмтәле сәбәптәрҙән һанала улар.