Бөтә яңылыҡтар
Иман
27 Октябрь , 06:00

Бәхет һинең үҙеңдән башлана

Кемдер һине бәхетле итер тип көтмә.

Бәхет һинең үҙеңдән башлана
Бәхет һинең үҙеңдән башлана

Рәнйеш һаҡлама күңелеңдә. Рәнйеткән кешегә бер нәмә лә булмаҫ, рәнйеш һаҡлаған - һаулығы ҡаҡшаған.
Ҡояш менән бергә тор, бергә ят. Төндә эшләнгән эштең һөҙөмтәһе булмаҫ.
Әйтерҙән алда уйла. Һүҙҙең тылсымы бар. Ауыҙҙан сыҡты ла бөттө түгел. Кире әйләнеп ҡайта ул.
Хәрәкәттә - бәрәкәт. Ҡояш ҡарап торғанда йоҡлау йә ятыу файҙаға килтермәҫ.
Һөйләр алдынан тыңла.
Көн дә бер булһа ла яҡшылыҡ эшлә. Кеше яҡшылығыңды күрмәһә лә, Хоҙай күрә.
Тәүҙә - эш, унан - уйын. Тормош уйын, кәйеф-сафа ҡороуҙан ғына тормай.
Һәр уңышһыҙлыҡты яҙмышҡа һылтама.
Аҡыллы күҙәтер, тыңлар, һығымта яһар. Йүләр белмәгәнен ҡысҡырып һөйләр, аҡыл өйрәтер.
Кешенең һәр әйткән һүҙен вәғәҙә тип ҡабул итмә.
Ата-әсәңде рәнйетмә. Улар ғәфү итер, әммә Хоҙай алдында гонаһлы булып ҡалыуың бар.
Аҡса һорағанға кәңәш бирмә, кәңәш һорағанға аҡса бирмә.
Бер көнөңдө йылмайыуға бүлеп ҡара. Үҙең күрерһең: тормошоң йәмләнер.
Ғәйеплеләрҙе эҙләмә. Кем нисек теләй - шулай йәшәй. Кеше оҡшамай икән - йыраҡ йөрө.
Кемдер һине бәхетле итер тип көтмә. Бәхет һинең үҙеңдән башлана.

Сығанаҡ: "Аҙашҡан мөхәббәт" төркөмөнән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: