Бөтә яңылыҡтар
Иман
30 Октябрь , 07:00

Күршеләренә ярҙам иткәндәр

Баймаҡтар Әбйәлил районы Хәлил ауылындағы янған мәсет урынына 20 көндә өр -яңы иман йорто күтәргән.

Күршеләренә ярҙам иткәндәр
Күршеләренә ярҙам иткәндәр

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Әбйәлил районының Хәлил ауылындағы мәсет янып китте. Тиҙ арала ауыл халҡы, ауылдаштары һәм битараф булмаусылар аҡса йыйып, өр -яңынан иман йорто төҙөргә ҡарар итте. Әле ауылда яңы мәсет төҙөлә лә башлаған. Хәлилдәргә ярҙамға күрше Күсей һәм Басай ауылынан ир -егеттәр ярҙамға килгән. Был хаҡта Салауат Ирназаров үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.

"Быйыл 6 сентябрҙә гөлтләп янып, юҡҡа сыҡҡан Әбйәлил районы Хәлил мәсете күптәребеҙҙең йөрәктәрен әрнетте. Бик күркәм, яҡты, йылы, матур ине беҙҙең мәсетебеҙ. Үҙенә гел тартып тора торғайны.
Әлхәмдүлилләһ шөкөр, Аллаһы Тәғәлә йүнен бирә! Тиҙ арала битараф булмаған таныш һәм таныш түгел замандаштарыбыҙҙан матди ярҙам йыйылды. Күп эштәрҙе өмә менән эшләүсе уңған, ихлас кешеләр яңы буласаҡ мәсеттең бинаһын күтәреп бөтөү өҫтөндә.
Фоторәсемдә 20 көн (!) эсендә шлакоблок менән мәсетте күтәреп сыҡҡан оҫталар - Баймаҡ районы ир уҙамандары: Күсей ауылынан Әхмәтов Юлай Әдиғәм улы, Кәримов Ғәли Филҡәт улы, Басай ауылынан Кәримов Булат Урал улы, Ҡотлогилдин Азамат Ғыйбәт улы.
Уларға рәхмәттәребеҙҙе, изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ, аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙламаһын, именлектә, етеш ғүмер итегеҙ, Аллаһы Тәғәлә рәхмәтенән айырмаһын һеҙҙе,"—тип яҙған Салауат Ирназаров.

Афарин, баймаҡтар! Күрше хаҡы - тәңре хаҡы тип юҡҡа әйтелмәгән шул. Иман йорто тиҙ арала төҙөлөп бөтөп, Хәлил ауылына йәнә иман нурын таратһын.

Фото һәм сығанаҡ: Салауат Ирназаров

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: