Бөтә яңылыҡтар
Иман
2 Ноябрь , 22:30

Көн дә иртән балаларыбыҙға ошоларҙы теләйек

Әсәләрҙең балаларына ҡылған доғалары тиҙ ҡабул була. Был уй-теләктәрҙе бер епкә теҙгән кешеһенә мең сауап!

Көн дә иртән балаларыбыҙға ошоларҙы теләйек
Көн дә иртән балаларыбыҙға ошоларҙы теләйек

Әсәләрҙең балаларына ҡылған доғалары тиҙ ҡабул була. Был уй-теләктәрҙе бер епкә теҙгән кешеһенә мең сауап!

Йә, Аллаһ! Һинең гүзәл исемдәрең менән һорайым: балаларымды рәхимең менән солғап ал! Уларға хәйерле ғүмер, яҡты яҙмыш насип ит.

Йә АЛЛАҺ, уларҙың иманын нығыт. Көсһөҙҙәренә көс, ауырыуҙарына шифа бир. Тәндәрен нығыт, күреү-ишетеү һәләттәрен бир, етешһеҙлектәрен төҙәт, иң яҡшы кешеләр итеп үҫтер.

 Йә Аллаһым, үҙеңдең мәрхәмәтең менән балаларымды сир-сырхауҙан, ауыр хаталарҙан, гонаһтарҙан һаҡла. Тормош юлында аҙашып, яман ғәҙәттәргә төшмәһендәр.

 Йә Аллаһ, балаларыбыҙ атай-әсәйҙәрен яратып, хөрмәт менән тыңлап торһон, беҙгә ҡарата ҡаты бәғерле, аяуһыҙ булмаһын.

Йә Раббым, балаларыбыҙҙы иманлы, тәртипле, бәхетле итеп үҫтерергә үҙебеҙгә аҡыл һәм сабырлыҡ бир?! Бәхет башы - тәүфиҡ. Иң тәүҙә тәүфиҡлы ит!

 Йә Аллаһым, үҙ ҡөҙрәтең менән балаларыбыҙҙы яуыз кешеләрҙән, яман күҙҙәрҙән һәм ялған һүҙҙәрҙән һаҡла?! Юлдарында гел изге кешеләр осраһын, хаслыҡ-яманлыҡтар балаларыбыҙға ҡағылмаһын.

Йә Раббым, балаларыбыҙҙы ниндәйҙер яуызлыҡ ҡылыуҙан, кеше рәнйетеүҙән тый. Үҙҙәрен дә хаҡһыҙ рәнйетмәһендәр, көнсөл-хөсөт кешеләрҙең насар энергияһы теймәһен! Үҙеңдең рәхимең менән һаҡлап йөрөт!

Йә Аллам, балаларыбыҙҙы дүрт тарафтан фәрештәләрең һаҡлап торһон! Бәлә-ҡаза, ут-һыу хәүефтәре, һәләкәттәр янамаһын!

Йә Аллаһым, балаларыбыҙ беҙҙең йөҙ аҡлығыбыҙ, күңел шатлығыбыҙ булһа ине!

РАББЫМ, уларҙың йөрәктәрен шундай итеп нығыт - Һине яратыусы, һиңә һыйыныусы, ҡушҡаныңды үтәүсе, тыйғаныңдан тыйылыусы булһындар!

Йә Аллаһ, балаларыбыҙҙың башҡалар араһында дәрәжәһен күтәр. Уларға бәхет, тәүфиҡ, ырыҫлы оҙон ғүмер, иман байлығы бир. Үҙҙәрен тәьмин итерлек, башҡаларға ярҙам итерлек мал бир, кеше күҙенә ҡарап, тилмерешеп йөрөүҙән һаҡла!

Йә Раббым, балаларыбыҙға сәләмәт аҡыл, мәрхәмәтле йөрәк, шәфҡәт һәм бәрәкәт, алған белемдәрен файҙаланырлыҡ һәләт, тырышлыҡ бир!?

Фото: В. Рәхмәтова.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: