Быйыл сентябрҙә Әбйәлил районының Хәлил ауылында мәсет янды. Ауыл халҡы шунда уҡ яңы иман йорто булдырыу хәстәре менән берләште. Белеүебеҙсә, Хәлил – райондың ҙур ауылдарының береһе, бында берҙәм, эшһөйәр халыҡ йәшәй. Быны улар яңы мәсет төҙөлөшө барышында тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы, үҙе лә Әбйәлил районыныда тыуып үҫкән Рәмзиә Кәримова мәсет төҙөлөшө тураһында бына ниндәй яҙма менән уртаҡлашты.
“Хәлилдәр афарин! Ололары абруйлы, йәштәре берҙәм! Хәтерләйһегеҙҙер, 6 сентябрҙә ауылдың мәсете янғайны. Әле бында заманса материалдарҙан яңы, ҙур, иркен иман йорто төҙөлә. Стеналар күтәрелгән, ҡыйыҡ ябыла, ошо көндәрҙә тәҙрәләр килә. Алда – йылы иҙән һалыу, манараға ярым ай ҡуйыу, эске эштәр.
Хәлилдәр объектты яңы йылға тиклем сафҡа индерергә ниәтләй. Төҙөлөшкә һәр кем хәленән килгәнсе үҙ өлөшөн индерергә тырыша: берәүҙәре – аҡса, икенселәре – материал, өсөнсөләре – ҡул көсө менән. Ҡатын-ҡыҙҙар сиратлап эшселәрҙе ашата, йома намаҙҙары өй беренсә үтә. Әле эске өлөш, инженер селтәрҙәре һуҙыу өсөн аҡса йыйыу дауам итә. Был изге эшкә ҡушылырға теләүселәр аҡсаны мәсеттең имамы Вәхит ағай Сәйфитдинов исеменә күсерә ала. Телефон номеры: +7 905 308-91-26 (Сбербанк)”, – тип хәбәр итте тележурналист.
Хәлилдәргә изге эштәренең уң булыуын теләйбеҙ. Ниәттәренә өлгәшеп, Яңы йылда яңы мәсеттән яңғыраған аҙан тауыштарын тыңларға, йома намаҙҙарына йөрөргә яҙһын!
Сығанаҡ: https://vk.com/ramzia.karimova