Балаларыбыҙға көн дә теләп торайыҡ:
- Һине биргәнгә Раббыма мең шөкөр. Мәрхәмәтле, игелекле, тырыш, сабыр, түҙемле, бал кеүек татлы бул. Арыҫландай ҡыйыу, батыр, көслө, елдәй етеҙ, шыршылай бейек, нараттай оҙон, имәндәй таҙа, ҡайындай һылыу, һау-сәләмәт, ҙур кеше, бай бул.
- Һин минең ҡыуанысым, Әлхәмдүлиллаһ, Атай-әсәйеңә лайыҡ булырға яҙһын.
- Аллаһы бойорһа, хәйере менән бөтәһен дә булдырырһың, Инша Аллаһ; Аллаһы Раббым ярҙамын бирһен.
- Ғәфү ит. Яңлышҡанмын. Аллаһы Тәғәлә кисерһен.
5.Яңлыштың. Аллаһы Тәғәлә кисерһен. Мин һине ғәфү итәм.
- Инша Аллаһ, бөтәһе лә яҡшы булыр. Раббым ярҙамынан ташламаһын.
- Күҙ теймәһен, Сөбханаллаһ!
- Аллаға тапшырҙыҡ, хәйерле юлдар насип итһен! Юлдарың уң булһын!
- Мине ололаған өсөн һине Аллаһ ҙурлаһын! Бөйөк бул. Ҙур булып үҫ!
- Аллаһы Раббыбыҙ бәлә-ҡазаларҙан, яман кешеләрҙән Үҙе һаҡлаһын! Аллаһ һаҡлаһын, ҡара йылан саҡмаһын.
- Аллаһының рәхмәте яуһын!
- Аллаһы хаҡы өсөн эшлә шуны. Кеше алдында хур булырға яҙмаһын. Йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермә. Туған халҡыңа лайыҡ бул.
- Аллаһы Тәғәлә айыҡ зиһен, файҙалы ғилемдәр, тел асҡыстары бирһен. Ҡулыңдан ҡыуанырға яҙһын. Хәйерле эштәр насип итһен.
- Ярҙам иткәнең өсөн Аллаһы Тәғәлә әжерен бирһен. Ике донъя рәхәтен күрергә яҙһын.
- Һине кеше итергә яҙһын. Аяҡҡа баҫтырырға яҙһын.
- Бәхетең-тәүфиғың булһын. Бәхетең-тәүфиғың артһын. Нәҫел-нәсәпле йәр менән пар булырға яҙһын.
Фото һәм сығанаҡ: "Үткәрмә йәсин" төркөмө.