Миәкә районында урынлашҡан изге Нарыҫтауҙан да, уның итәгендәге күркәм мәсеттән дә йыл әйләнәһенә кеше өҙөлмәй. Бындағы шифалы сығанаҡтан шифалы һыу алып, махсус эшләнгән бүлмәләрҙә һыу ҡойоноп ҡайтырға теләүселәр бихисап.
Нарыҫтау итәгендәге мәсеттең хәҙрәте Хөрмәтулла Буранбаев дин ҡәрҙәштәргә түбәндәгесә мөрәжәғәт итте.
“Мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәрем!
Әссәләмүғаләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ!
Дуҫтарым! Аллаһ хаҡына ағас ултырт!
Динебеҙҙә Аллаһ хаҡына ағас ултыртыу изге ғәмәлдәрҙән һынала. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһү ғаләйһи үәссәлләм: «Әгәр берәйһе ағас ултыртып йәки нимәлер сәсеп үҫтерһә, уны икенсе кеше ҡулланһа, берәй хайуан йәки ҡош ашаһа, үҫтереүсегә хәйер-саҙаҡа сауабы яҙылыр», - тигән. Был изге ғәмәлдең әжер-сауабы саҙаҡа хужаһына, хатта үҙе үлгәс тә, өҙлөкһөҙ килеп торасаҡ.
Изге еребеҙ Нарыҫтауҙы гөл-баҡсаға әйләндерәйек! Һәр кем үҙе менән бер-ике емеш ағасы йәки сәскә алып килеп ултыртһа, бик яҡшы булыр ине. Үҙегеҙгә өҙлөкһөҙ әжер-сауабы килеп торор, иншә'Аллаһ.
Арабыҙҙа емеш ағастары (алмағас, груша, мышар һ.б.) үҫтергән питомниктарҙы белеүселәр булһа, шуларҙың телефон номерҙары менән уртаҡлашығыҙ. Минең сәхифәмә яҙығыҙ.
Әлхәмдүлилләһ, ағас үҫтереүҙең әһәмиәтен аңлап, Нарыҫтауға ағас ултыртыусылар ҙа бар. Бында Хәйҙәр ағайҙың шыршылары, Фәнис ағайҙың муйылы, Зәйнулла ишан Рәсүлевтең ейәне Абдрахмандың артыштары, Өфөнән бер апайҙың ике күк шыршыһы, бер ғаиләнең ике рәт ҡарағайҙары үҫә. Йылайырҙан абруйлы урман хеҙмәткәре Султанғужин Баязит ағайыбыҙҙың ете артышы бик матур булып үҫеп килә. Был дин ҡәрҙәштәребеҙҙең ихласлығы Аллаһы Тәғәләне, әүлиәләрҙе, изге тыуған ерҙе һөйөүҙән килә, йөрәктән сыға. Әле ер туңмаҫ борон алмағас, груша, слива, мышар, балан, муйыл, ҡарағат кеүек ағастар ултыртырға мөмкин. Йәки кемдәр өлгөрмәй, хәҙерҙән, яҙ көнө ултыртырға әҙерлек алып барырға кәрәк”, - тип яҙҙы Хөрмәтулла хәҙрәт.
Сығанаҡ: vk.com/id588702346