Иман
29 Ноябрь 2024, 13:25

Бөйөк кенәзбикәгә һәйкәл асылды

Бөгөн, 29 ноябрҙә, Краснокама районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөйөк кенәзбикә Елизавета Федоровна Романоваға һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашты. 

Бөйөк кенәзбикәгә һәйкәл асылдыБөйөк кенәзбикәгә һәйкәл асылды
Бөйөк кенәзбикәгә һәйкәл асылды

Бөгөн, 29 ноябрҙә, Краснокама районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөйөк кенәзбикә Елизавета Федоровна Романоваға һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашты.

Елизавета Фёдоровна – Бөйөк кенәз Сергей Александровичтың ҡатыны, императрица Александра Фёдоровнаның өлкән апаһы. Террорсы ҡулынан ире һәләк булғандан һуң Мәскәүҙә Марфо-Мария миһырбанлыҡ йортона нигеҙ һала. Елизавета Фёдоровна крәҫтиәндәр өсөн дауаханалар, ярлылар өсөн приюттар асҡан һәм йыһазландырған, мохтаждар файҙаһына йәрминкәләр үткәргән, табиптарға ярҙам иткән. Беренсе бөтә донъя һуғышы йылдарында ҡаты сирлеләрҙе бағыу менән шөғөлләнгән. Революциянан һуң ҡулға алына һәм 1918 йылдың 18 июленә ҡараған төндә Уралдағы Алпаевск ҡалаһында ғазап сигеп үлтерелеүгә дусар ителә. Һуңғараҡ, 1921 йылда, Елизавета Фёдоровнаның мәйетен Иерусалимға алып киләләр һәм Гефсиман баҡсаһындағы Изге Мария Магдалина ғибәҙәтханаһының ҡәберлегендә ерләйҙәр.

Бөйөк кенәзбикә Николо-Берёзовкала ике тапҡыр – 1910 һәм 1914 йылдарҙа була. Ул бында урындағы изге ҡомартҡыға – хәҙер инде юғалған Николай Чудотворец иконаһына баш эйергә килә. Үҙенең сәфәре барышында Елизавета Фёдоровна Өфө губернаһында йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре менән осраша һәм аралаша. Синод рөхсәте менән Өфө православие миссияһын үҙ ҡурсалауына ала. Монастырҙарға һәм ҡорамдарға, балалар, ҡарттар һәм инвалидтар приюттарына, уҡыу йорттарына һәм дауаханаларға, музейҙарға һәм ижади ойошмаларға ярҙам итә.

Һәйкәл Нефтекама епархияһы һәм Краснокама районы йәмәғәтселеге башланғысы буйынса Николо-Берёзовка архитектура комплексы биләмәһендә ҡуйылды. Асыҡ конкурс йомғаҡтары буйынса скульптор Дарья Царёваның проекты еңеүсе тип табылған. Барлыҡ эштәр шәфҡәт күрһәтеүселәрҙең иғәнәләре иҫәбенә башҡарылған.

Һәйкәлде асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы ошо изге башланғысҡа булышлыҡ иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтте.

- Елизавета Фёдоровна – үҙенсәлекле һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәле яҙмышлы кеше. Ул – Романовтар нәҫеле вәкиле, бөтә ғүмерен кешеләрҙе хәстәрләүгә арнаған, бик күп эштәр башҡарған. Мәскәү өлкәһенең Красногорск хакимиәте башлығы булып эшләгәндә, ҡала биләмәһендә уның башланғысы буйынса төҙөлгән бер нисә объект бар ине. Улар – Рәсәй империяһында крәҫтиәндәр өсөн тәүге бала табыу йорто, крәҫтиән балалары өсөн беренсе мәктәп. Унда ошо объекттарҙы тергеҙгән фонд эшләй, - тип һөйләне Радий Хәбиров. - Елизавета Фёдоровнаның яҙмышы миңә шул тиклем ныҡ тәьҫир итте, хатта, Иерусалимда булғанда, мин Мария Магдалина ғибәҙәтханаһына махсус рәүештә барҙым. Николо-Берёзовкала Елизавета Фёдоровнаға һәйкәл булдырыу башланғысын әйткәстәр, уны һис шикһеҙ хупланыҡ.

Төбәк етәксеһе Николо-Берёзовканың тарихи өлөшөндә барған ыңғай үҙгәрештәрҙе лә билдәләне.

- Был урындар күптәр өсөн, моғайын, изгелер. Бер нисә йыл элек бында тәртип урынлаштырырға ҡарар иттек. Краснокама районы уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы, федераль ҡаҙнанан аҡса йәлеп итә алды. Әлеге биләмәләге ыңғай үҙгәрештәрҙе күрәбеҙ. Бында Башҡортостандан һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренән меңдәрсә турист килә, - тине Радий Хәбиров.

Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Бөйөк кенәзбикәгә һәйкәл асылды
Бөйөк кенәзбикәгә һәйкәл асылды
Бөйөк кенәзбикәгә һәйкәл асылды
Бөйөк кенәзбикәгә һәйкәл асылды
Бөйөк кенәзбикәгә һәйкәл асылды
Бөйөк кенәзбикәгә һәйкәл асылды
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас