Бөтә яңылыҡтар
Иман
29 Ноябрь , 23:15

Бер кемдән дә рәхмәт көтмә...

Декабргә намаҙ ваҡытын тәҡдим итәбеҙ.

Бер кемдән дә рәхмәт көтмә...
Бер кемдән дә рәхмәт көтмә...

Бер кемдән дә рәхмәт көтмә...

Декабргә намаҙ ваҡытын тәҡдим итәбеҙ.

"Бәхетле бул!" китабынан - бер нисә һабаҡ.

 

✔Иман һәм уның тармағы булып торған изге ғәмәлдәр – бәхет асҡыстары, шуларға өлгәшергә ынтыл.

 

✔ Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – ҡайғыларың китер.

 

✔Кешеләргә изгелек ҡыл – үҙеңде бәхетле тойорһоң.

 

✔Асыу, көнсөллөк, күрә алмаусанлыҡ, һаранлыҡ кеүек һәм башҡа шундай яман тойғоларҙан йөрәгеңде таҙарт.

 

✔Ашау-эсеүҙәге, һөйләшеүҙәге, ғәмәлдәрҙәге артыҡлыҡтан – файҙаһыҙ эштәрҙән һаҡлан.

 

✔Яман уй-фараздарҙан, шик-шөбһәләрҙән һаҡлан.

 

✔Асыуланма. Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Бел: беҙҙең ғүмеребеҙ бик ҡыҫҡа!

 

✔ Һиңә берәйһе яман һүҙҙәр әйтһә лә, унан һиңә түгел, үҙенә зыян. Шуға ла был хаҡта күп уйлама.

 

✔Яҡшы эштәрең өсөн бер кемдән дә рәхмәт көтмә – барыһын да Аллаһ ризалығы өсөн эшлә, уға ынтыл, ихлас, эскерһеҙ бул.

 

✔Һәр эштә лә тәүәккәл бул, бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма.

 

✔Ғәйбәт һүҙҙәренә ышанма. Кешеләрҙең хаталанғанын көтөп, кәмселектәрен эҙләмә, сөнки был һиңә лә, уларға ла бәхет килтермәҫ.

 

✔Һаулығыңды һаҡла, сөнки тән сәләмәтлеге – йән сәләмәтлеге.

 

✔Аллаһ Тәғәләгә һәр ваҡыт доға ҡыл: ғәфү үтен, ярҙам һора, нәфел намаҙҙары уҡы, бер кеше лә белмәҫтәй итеп өҫтәмә ураҙалар тот. Шул рәүешле йәнеңдең дә, тәнеңдең дә таҙарына барыуын һиҙерһең.

 

Декабргә намаҙ ваҡытын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: