Хәйбулла районының Петропавловка ауылында “Ғиниәтулла” мәсетен асыу тантанаһы үтте. Сарала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең генераль директоры Александр Туленков, Өфө ауыл биләмәһе башлығы Даян Кәримов, Хәйбулла мосолмандары имам-мөхтәсибе Муса хәҙрәт, мәсеттең имамы Рәис хәҙрәт, дин әһелдәре, ауыл халҡы ҡатнашты. Иман йортон асыу тантанаһында барлыҡ ауыл халҡын ҡотланы.
-Урындағы халыҡ мәсет тураһында күптән хыяллана ине. Ғибәҙәт йорто Хәйбулла районы хакимиәте менән яуаплылығы сикләнгән «Башҡорт баҡыры» предприятиеһы араһындағы социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү сиктәрендә барлыҡҡа килде.
“Ғиниәтулла” мәсете бинаһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлөп сафҡа индерелде, уның тирә-йүнен төҙөкләндереү эштәре яҙ көнө дауам итәсәк. Был мөһабәт мәсет кешеләрҙе, айырыуса йәштәрҙе атай-олатайҙарыбыҙҙың тарихи һәм дини традицияларына ылыҡтырыуға, йәмғиәтебеҙҙә тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итер, тип ышанам. Яҡташтарыбыҙҙы ихлас күңелдән ошо иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлайым һәм бағыусыларыбыҙға ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәре еткерәм, - тине Рөстәм Динислам улы.
Әйткәндәй, Хәйбулла районында бөтәһе 28 мәсет эшләй, быйылғы йылда өсөнсө яңы мәсет үҙ ишектәрен асҡан.
Яңы сафҡа ингән иман йорто ауылға аҙан тауышы яңғыратһын, уны нурға күмһен һәм мәсеттә һәр саҡ кеше күп булһын.
Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.