Иман
3 Ғинуар 2025, 14:00

Яҡшы ир һорау доғаһы

Дин белгестәре уны өйләнеү доғаһы тип атай. Хоҙайҙан ярҙам һорап ялбарған был доға беҙгә билдәле.

Яҡшы ир һорау доғаһыЯҡшы ир һорау доғаһы
Яҡшы ир һорау доғаһы

Белгестәр раҫлауынса, ғаилә бәхетенең 80 проценты ҡатын-ҡыҙҙан тора. Тик дин белгестәре фекеренсә, тормош көтөр өсөн ирҙе һайлай белеү ҙә мөһим.

Уңышлы ғаиләлә – йәнгә тыныслыҡ, йөрәккә ял. Әммә бындай ғаилә усағын булдырыр өсөн бик ныҡ тырышырға кәрәк. Ир-егет үҙ бурыстарын, ҡатын-ҡыҙ үҙ вазифаларын үтәргә тейеш. Пәйғәмбәребеҙ иһә: "Ирең ниндәй – йәннәтең шундай", – тип әйтеп ҡалдырған.

Тормош иптәшеңде һайлау хаҡында күп хәҙистәр бар. Барыһында ла төп фекер: ирҙе тәҡүәлегенә ҡарап һайлайҙар. Сөнки Аллаһтан ҡурҡһа, ғаилә башлығы үҙенә йөкмәтелгән бөтә вазифаларҙы ла намыҫлы башҡарасаҡ. Ә быға инде ғаиләнең матди хәлен генә түгел, рухи сәләмәтлек торошон да тәьмин итеү инә. 

Яҡшы ирҙе ғүмер юлдашы итеп һайлау бер нисә кешенән тора: беренсенән, ҡыҙ үҙе һораһын, икенсенән, ата-әсәһе шуны теләһен. Хоҙайҙан ярҙам һорап ялбарған был доға беҙгә билдәле: "Раббәнәә 'әәтинәә фи-ддүнйәә хәсәнәтәү-үә фил-әәхыирати хәсәнәтәү-үәҡинәә ғәҙәәбә-ннаар". Уны никах алдынан уҡыу ҙа бик сауаплы.

Ҡайһы бер риүәйәттәрҙә дин белгестәре уны өйләнеү доғаһы тип атай икән. Ни өсөн? Сөнки мәғәнәһенә ҡарағанда, доғаның беренсе өлөшөндә "Эй Раббым! Был донъяла беҙгә изгелек (рәхәтлек) бир" тиелә. Яҡшы ҡатын, яҡшы ир ҙә – ҙур изгелек. Ҡатын-ҡыҙ был доғаны йышыраҡ уҡыһа – яҡшыға ғына, сөнки ҡатын бәхете ирҙән. Ә доғаның икенсе өлөшө "Теге донъяла ла яҡшылығыңдан ҡалдырма, тамуҡ утынан беҙҙе һаҡла" ти. Быны "Ҡиәмәт көнөндә лә миңә изгелек бир, ошо ирем менән бергә йәннәттә булырға насип ит" тип юрарға була.

Мосолманға ғаилә ҡороп йәшәргә ҡушылған. Барыбыҙға ла ошо сауапҡа өлгәшергә яҙһын. Ә беҙгә, ҡатын-ҡыҙға, яҡшы тормош юлдаштары тура килһен!

Нәсих Хәлисов фотоэтюды.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас