Үҙ-үҙен тота белмәү – кешенең иң ҙур кәмселеге. Балалары, дуҫтары, таныштары алдында ирен тәнҡитләүсе ҡатын йәки ҡатынын “аҡылға ултыртыусы” ир; үҙенең ҡул аҫтында эшләүселәргә һауалы ҡарап, тупаҫ һөйләшеүсе етәксе башҡаларҙа ниндәй тәьҫир ҡалдыра ала.
“Рәхмәт”, “зинһар өсөн” һүҙҙәрен ҡулланыуҙан тартынмағыҙ. Инсафлылыҡ, итәғәтлелек яһалма булырға тейеш түгел, ысын йөрәктән сыҡһа ғына – ул ҡәҙерле.
Үҙенән көсһөҙҙәргә йылы ҡараш, ярҙамға килергә әҙер булыу кешенең даими ғәҙәтенә әйләнергә тейеш.
“Күп һүҙ – сүп һүҙ” тигән фәһемле әйтем бар. Самалап һөйләү – әҙәплелек билдәһе.
Тыңлай белеү – һоҡланғыс сифат. Һөйләшкәндә кешене бүлдереү, уға фекерен әйтеп бөтөргә ирек бирмәү – тәрбиәһеҙлекте күрһәтә.
Тыныс, аҡыллы, сабыр, тотанаҡлы кеше һәр кемдең йөрәгенә юл табыр, дуҫтары күп булыр.
Фото һәм сығанаҡ: "Рухиәт, доғалар" төркөмөнән