Иман
13 Января 2025, 01:00

Йыш уҡыла торған доға

Пәйғәмбәребеҙ  был доғаны көнөнә йөҙ тапҡыр уҡырға ҡушҡан. Доға ҡылған кешегә Аллаһ йөҙ төрлө игелекле эш эшләгәндең сауабын яҙа, ғәмәл дәфтәренән йөҙ насарлығын юйып ташлай.

Йыш уҡыла торған доғаЙыш уҡыла торған доға
Йыш уҡыла торған доға

Пәйғәмбәребеҙ әйткән: көнөнә йөҙ тапҡыр:
“Лә иләһә илләл-лаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүә ғәлә күлли шәйин ҡадир”.
Мәғәнәһе: “Тиңдәше булмаған берҙән-бер Аллаһтан башҡа илаһ юҡ. Хөкөм һәм хакимиәт — Уның ихтыярында, маҡтауҙар — Уның үҙенә генә хас. Бөтә нәмәгә Уның көсө етә”, — тип, доға ҡылған кешегә Аллаһ йөҙ төрлө игелекле эш эшләгәндең сауабын яҙа, ғәмәл дәфтәренән йөҙ насарлығын юйып ташлай. Был көндә уға шайтан зәхмәте ҡағылмай.

Фото һәм сығанаҡ: "Үткәрмә Йәсин" төркөмөнән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас