Иман
31 Ғинуар 2025, 01:00

Ә һеҙ сәләмләшә беләһегеҙме?

Йәш яғынан кесерәктәр - ололарға, һыбай барғандар - йәйәүлегә, атлап барған кеше - ултырып торғанға, һан яғынан әҙерәктәр күмәк кешеләргә тәүләп сәләм бирергә тейеш.

Ә һеҙ сәләмләшә беләһегеҙме?Ә һеҙ сәләмләшә беләһегеҙме?
Ә һеҙ сәләмләшә беләһегеҙме?

Осрашҡан саҡтарығыҙҙа бер-берегеҙгә сәләм бирегеҙ, ҡул биреп күрешегеҙ, хушлашып киткәндә бер-берегеҙҙән ғәфү үтенегеҙ. Сәләм бирешеү өсөн етмеш сауап бирелә, шуның 69-ы сәләмде тәү башлап биргән кешегә, береһе сәләмгә сәләм менән яуап ҡайтарғанға.
Аллаһҡа һәм уның илсеһенә сәләмде тәү башлап биргән кеше һөйкөмлөрәк. Сәләм бирешеүҙән араларҙа хөрмәт, татыулыҡ башлана. Сәләм бирә белмәү, аралашып йөрөмәү - әҙәпһеҙлек.

Йәш яғынан кесерәктәр - ололарға, һыбай барғандар - йәйәүлегә, атлап барған кеше - ултырып торғанға, һан яғынан әҙерәктәр күмәк кешеләргә тәүләп сәләм бирергә тейеш. Әгәр ҙә инде йәш яғынан тигеҙ булһа, беренсе булып сәләм биргән кеше күберәк сауаплы була.

 Һәр бер тыуыр таңыбыҙ яҡты, күңелебеҙ тыныс, күк йөҙөбөҙ аяҙ булһын! Тормош юлыбыҙҙа тик изге күңелле кешеләр генә күберәк осраһын, бәлә-ҡазалар, ауырлыҡтар беҙҙе урап үтһен! Махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙар иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын. Һәр беребеҙгә Аллаһы Тәғәлә ризалығында, мәрхәмәтендә,
ике донъя бәхетендә йәшәү насип итһен, Раббыбыҙ беҙҙең белеп һәм белмәй ҡылған гонаһ-хаталарҙы ярлыҡаһын ин шәә Аллаһ!

Сығанаҡ: Үткәрмә Йәсин

Автор:Карима Усманова
Читайте нас