Бөгөн кис, ҡояш байығас, Рамаҙанға аяҡ баҫтыҡ. Мөбәрәк булһын изге айыбыҙ!
Динебеҙҙә әйтелеүенсә, Рамаҙан айы өс өлөшкә бүлеп ҡарала. Ураҙа тотҡандар тәүге ун көнлөктә "Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен алыу" юлында буласаҡ.
“Кем дә кем ураҙаның ниғмәттәрен татымай ҡалһа, ҙур отолошта булыр, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – Рамаҙандың тәүге ун көнө – рәхмәт алыу, урталағылары – гонаһтарҙың кисерелеүе, аҙаҡҡылары тамуҡ утынан азат булыу осоро. Әгәр ҙә өммәтем ураҙаның бөтөн хикмәттәрен, бөйөклөгөн, сауаптың күплеген белә торған булһа, был айҙың йылға һуҙылыуын теләр ине”.
Рамаҙан мәктәбен лайыҡлы үтәйек, тотҡан ураҙаларыбыҙ, теләк-доғаларыбыҙ ҡабул ителһен, ғаиләләребеҙгә, илебеҙгә именлек насип булһын!
1 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Таблица Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.