Иман
1 Март 2025, 01:00

Бөгөн изге Рамаҙан айы башланды

Был айҙа Йәннәт ишектәре асылыр, ә Йәһәннәм ишектәре ябылыр. Шайтандар бығауға ултыртылыр, һәм яманлыҡ эшләй алмаҫтар.

Бөгөн изге Рамаҙан айы  башландыБөгөн изге Рамаҙан айы  башланды
Бөгөн изге Рамаҙан айы башланды

Бөгөн мосолмандар өсөн иң изге Рамаҙан айы башланды. Күптәр ураҙа тоторға ниәтләнеп, тәүге сәхәр эскәндер.

“Рамаҙан – бөйөк ай. Был айҙа Йәннәт ишектәре асылыр, ә Йәһәннәм ишектәре ябылыр. Шайтандар бығауға ултыртылыр, һәм яманлыҡ эшләй алмаҫтар.

Фәрештәләр һәр кис саҡырырҙар: “Эй, изгелек теләүселәр, күберәк ғәмәлдәр ҡылығыҙ! Эй, яман ғәмәлдәр теләүселәр, был уйығыҙҙан баш тартығыҙ, боҙоҡлоғоғоҙҙо кәметегеҙ!” – тигән Мөхәммәд (саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм). Ул шулай уҡ әйткән: ”Ҡәҙерле һәм бөйөк Аллаһ әйткән: “Әҙәм балаһының бөтә эштәре лә үҙе өсөн (эшләнә), ураҙанан башҡаһы, ысынында, ураҙаны Минең өсөн генә (тоталар), һәм Мин тулыһы менән бүләкләрмен”.

“Ураҙа тотоусының ике шатлығы булыр: ауыҙ асҡанда һәм Раббыһы менән осрашҡас, бүләкләнгәндә”.

Ураҙа тотоусы бүләген (әжер-сауабын) тулыһы менән аласаҡ, ә ул шундай булыр, уны хатта күҙ алдына килтереп тә, иҫәпләп сығарып та булмаҫ: “Кешеләр белмәй, улар эшләгән өсөн бүләк итеп ниндәй рәхәтлектәр йәшерелгәнен”, “Ысынында, сабырҙар үҙҙәренең бүләген тулыһы менән һәм иҫәпһеҙ алырҙар”, – ти Аллаһы Тәғәлә. Ураҙа тотоусының быға хаҡы бар, сөнки ул ураҙаны бер Аллаһ өсөн генә тота.

Автор фотоһы

Автор:Карима Усманова
Читайте нас