Иман
1 Март 2025, 15:00

Үҙегеҙҙе һәләкәткә алып бармағыҙ

Динебеҙ нимәне тыя?

Үҙегеҙҙе һәләкәткә алып бармағыҙҮҙегеҙҙе һәләкәткә алып бармағыҙ
Үҙегеҙҙе һәләкәткә алып бармағыҙ

Ураҙа тотҡандарҙың йылдан-йыл күбәйә барыуы һөйөнөслө. Майҙан киңәйгән һайын, һис шикһеҙ, ерҙә иман нығыраҡ тамыр йәйер.

Ғәмәлде үтәгәндәрҙең йәшенә килгәндә, Исламда ҡыҙ бала – туғыҙ, малайҙар 12-13-тән бәлиғ һанала. Тимәк, ураҙа тотоуҙы ошо ваҡыттан башлау дөрөҫ була. Ныҡ өлкән йәштәгеләргә иһә, әгәр һаулығы мөмкинлек бирмәй икән, ғәмәлде үтәмәҫкә рөхсәт ителә. Урынына фидиә саҙаҡаһы бирә алалар. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәрбиәләнгән бала өсөн бирергә мөмкин. Ризыҡлата тапшырыу ҙа рөхсәт ителә.

Шул уҡ ваҡытта бәғзеләргә, бик теләгән хәлдә лә, сәләмәтлеге ураҙа тоторға мөмкинлек бирмәй икән, бының урынына фидиә саҙаҡаһы тапшырырға була. Хәҙер хроник сирлеләр күп. Айырыуса ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре һәм башҡа ауырыуҙар киң тарала. Кеше, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың ҡаршы төшөүенә лә ҡолаҡ һалмайынса, асығып йөрөп, һөҙөмтәлә организмына ҙур зарар килтерә икән, уның ураҙаһының сауабы булмай. Быны диндарлыҡ тип түгел, ә Аллаһ күрһәткән юлдан ситкә тайпылыу тип аңларға кәрәк. Раббыбыҙ биргән рөхсәттән файҙаланыу зарур. “Беҙ һеҙгә ауырлыҡ теләмәйбеҙ”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Сирҙе ваҡытында дауала­майһың икән, уның көсәйеп китеүе, һөҙөмтәлә насар эҙемтәгә килтереүе ихтимал. Үҙегеҙҙе үҙ ҡулығыҙ менән һәләкәткә алып бармағыҙ.

2 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас