Иман
28 Февраль 2025, 23:50

Сәхәр өсөн иң яҡшы аҙыҡ нимә?

Барығыҙға ла Аллаһ рәхмәтенә өлгәшеү юлында сабырлыҡ, сыҙамлыҡ, көс теләйбеҙ.

Сәхәр өсөн иң яҡшы аҙыҡ нимә?Сәхәр өсөн иң яҡшы аҙыҡ нимә?
Сәхәр өсөн иң яҡшы аҙыҡ нимә?

Рамаҙан айы башланыу менән ихлас тәбрикләп, барығыҙға ла Аллаһ рәхмәтенә өлгәшеү юлында сабырлыҡ, сыҙамлыҡ, көс теләйбеҙ. Ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!

Изге айҙа сәхәрҙе иртәнге намаҙға аҙан әйтелгәнгә тиклем ашау кәңәш ителә. Йәғни ризыҡланыуҙы мөмкин тиклем аҙаҡҡа ҡалдырырға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ: “Сәхәр ашағыҙ, унда һеҙҙең өсөн бәрәкәт бар”, – тигән (әл-Бохариҙың хәҙис­тәр йыйынтығынан).

Тағы ла бер аҡыл: “Мосолман өсөн иң яҡшы сәхәр аҙығы – финик емеше” (Әбү Дауыттың хәҙистәр йыйынтығынан).

Фото Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты сайтынан.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас