Иман
3 Март 2025, 14:00

Яман һүҙгә нимә тип яуап ҡайтарырға?

Ураҙала кемдер һеҙҙе мыҫҡыл итергә маташһа...

Яман һүҙгә нимә тип яуап ҡайтарырға?Яман һүҙгә нимә тип яуап ҡайтарырға?
Яман һүҙгә нимә тип яуап ҡайтарырға?

Таң беленә башлағандан алып ҡояш байығансы дауам иткән ураҙаны боҙған нәмәләрҙән һаҡланыу ысулдары бар.

Мәҫәлән, берәүгә лә үҙегеҙҙе ҡоторторға, көйҙөрөргә мөмкинлек бирмәгеҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Кемдер уға һөжүм итһә йә мыҫҡыллап маташһа, ул: “Мин ураҙала!” тип әйт­һен”, – тигән (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан). Бының асылы: үҙеңә лә, дошманыңа ла изге ай тураһында иҫләтеү йәки иҫкәртеү. Ғөмүмән, үҙеңде ҡулда тота бе­леү, тыныс булыу – һәр кеше өсөн ифрат мөһим, күркәм сифат.

Әйтелеше: "Иннии сааьим, иннии сааьим".

Мәғәнәһе: “Мин ураҙаламын! Mин ураҙаламын!”

4 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән).

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас