Иман
9 Март 2025, 15:00

"Бына ошолай ыҙалап йәшәйем, фәҡирмен..."

Уға ҙур алмас таш тотторған, әммә...

"Бына ошолай ыҙалап йәшәйем, фәҡирмен...""Бына ошолай ыҙалап йәшәйем, фәҡирмен..."
"Бына ошолай ыҙалап йәшәйем, фәҡирмен..."

Әҙәм балаһына байлыҡ та, фәҡирлек тә юҡтан бирелмәй. Ике юлда ла кеше иманын, ғәҙеллеген һаҡларға тейеш. “Эй Раббым, байлыҡтың файҙалыһын, хәйерлеһен бир” тигән доғаның нигеҙендә тап ошо яталыр.

Хикәйәттәрҙең береһен иҫкә төшөрөп үтәйек. Бер көн Сөләймән ғәләйһис-сәләм үтә оло йәштәге, бөкрәйгән, әммә арҡаһына ауыр утын йөкмәгән бабайға тап булған. Ҡарт шунда уҡ аһ-зарын еткергән: “Бына ошолай ыҙалап көн итәм инде, фәҡирмен...” Сөләймән ғәләйһис-сәләм уға ҙур алмас таш тотторған. “Ошо байлыҡ ғүмереңдең ахырына хәтлем етәсәк, хатта ки һинән һуң да ҡаласаҡ әле”, – тигән ул.

Күпмелер ваҡыт үткәс, шул уҡ урындан үтеп барғанда теге ҡартты йәнә осратҡан. Бабай хас теге сағындағы хәлдә йөрөй икән: бөкрәйгән, арҡаһына ауыр йөк аҫып алған... Был күренешкә ныҡ ғәжәпләнгән Сөләймән ғәләйһис-сәләм: шул ҡәҙәр байлығы була тороп, нисек һаман фәҡир ҡиәфәтендә йөрөргә мөмкин? Ҡарт иһә йәнә аһ-зарын еткергән: “Эй... Теге мәл алмасты таратып бөткәнмен, ҡалғанын да тартып алдылар...” Сөләймән ғәләйһис-сәләм уға икенсе тапҡыр алмас һонорға торғанда, Аллаһ Тәғәләнән әмер килгән: “Бирмә – тормошон барыбер үҙгәртә алмаҫһың: тырышмай, алға ынтылмай бит, тимәк, ғүмер буйы әлеге хәлендә ҡаласаҡ”.

Моңһоҙлоҡ, һәлкәүлек, битарафлыҡ Исламда бөтөнләй хупланмай. Әҙәм балаһы йәшәү өсөн тырышырға, бер урында тапанмай, һәр саҡ алға ынтылырға тейеш. Изге Рамаҙан айы ошо хәҡиҡәткә тағы ла бер инандырып, тормошобоҙҙо яҡтыраҡ итһен, иншаллаһ. Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!

10 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас